10:00 (UTC+5), 17 Декабрь 2013

Башҡортостан Президенты республика парламентарийҙарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итә

Арина Рәхимҡолова
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы 26 декабрҙә үткәрелә. Был турала ҡарар республика парламенты Президиумының бөгөнгө ултырышында ҡабул ителде. Парламент спикеры Константин Толкачевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ултырышта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика парламентарийҙарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ.
Президиум ултырышында депутаттар киләһе ултырыш көн тәртибен раҫланы, уға 40-тан ашыу мәсьәлә индерелде. Тәүге тапҡыр депутаттар иғтибарына 15 закон сығарыу инициативаһы тәҡдим ителәсәк.
«Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкил тураһында» закон проекты буйынса эш дауам иттереләсәк. Ундан ашыу республика закондары проекттарын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итергә планлаштырыла. Улар араһында —«Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында».
Һәр ваҡыттағыса пленар ултырышта депутаттар Башҡортостан Республикаһының айырым суд участкалары мировой судьялары вазифаһына кандидатураларҙы ҡараясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика