14:17 (UTC+5), 16 Декабря 2013

Рөстәм Хәмитов бюджет сәйәсәте мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Президентының 2012 йылдың 7 майындағы һәм Волга буйы федераль округы субъекттарының 2014 йылға һәм 2015-2016 йылдар план осорона бюджет тураһында указдарын үтәүгә бәйле сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса округ кәңәшмәһендә ҡатнашты. Кәңәшмә Ҡазанда йома, 13 декабрҙә, үтте.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар РФ Президентының май айындағы указдарын үтәүгә, Волга буйы федераль округы төбәктәренең бюджет-ара мөнәсәбәттәренә һәм тупланма бюджеттарының баланслылығына бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Округ төбәктәренең башҡарма власть органдары тарафынан бюджеттың тотороҡлоғон тәьмин итеү һәм бурыс йөкләмәһен оптималләштереү буйынса күрелгән саралар, шулай уҡ Волга буйы федераль округы төбәктәрендә бюджеттың үтәлеше һәм 2014 йылға һәм 2015-2016 йылдар план осорона бюджетты формалаштырыу буйынса проблемалы мәсьәләләр телгә алынды.
Михаил Бабич, «бюджет процесындағы төп мәсьәләләрҙең береһе – ул РФ Президентының майҙағы указдарын үтәү. Эш көсөргәнешле, әлбиттә, әммә ҡуйылған бурыстарҙы беҙ үтәйбеҙ. Бөгөн средстволарҙың етерлек булыуы, бюджеттың баланслылығы, һәр төбәктең дәүләт бурысы торошо, төбәктәрҙең инвестиция процестарында ҡатнашыу мөмкинселеге һәм тармаҡ индикаторҙарынынаң «юл карталарына» тап килеү мәсьәләләре буйынса фекер алышыу үтә мөһим. Бөтә бурыстар РФ Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә аныҡ телгә алынған. Һәм беҙгә эште дәүләт башлығы йөкмәткән бурыстарҙы үтәрлек итеп планлаштырыға кәрәк», тип билдәләне.
Рәсәй Финанс министрлығы РФ Президенты Указдарының үтәлешенә йомғаҡ яһау өсөн федераль округтарҙа губернаторҙар һәм финанс министрҙары менән тотош кәңәшмәләр серияһы үткәрә, тип хәбәр итте Антон Силуанов. Министр әйтеүенсә, «хәл ябай түгел, кәңәшмәнең маҡсаты – булған средстволарҙы социаль-иҡтисади сәйәсәттең өҫтөнлөклө тармаҡтарына йүнәлтеү өсөн бюджеттарҙы тулыландырыу сығанаҡтарына, шулай уҡ төбәктәрҙәге резервтарға анализ яһау. Тағы ла бер бурыс – федераль кимәлдә нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында «кире бәйләнеш» булдырыу өсөн төбәктәрҙе тыңлау, шуға күрә лә кәңәшмәгә федераль ведомство вәкилдәре саҡырылған. Финанс министрлығы ресустарҙы ҡайҙан эҙләп табыу мөмкинлектәрен белә», — тип һүҙен йомғаҡланы министр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика