06:25 (UTC+5), 13 Декабря 2013

Владимир Путин: «Конституция каркасы тотороҡло булырға тейеш»

Ғәлиә Нәбиева
Владимир Путин рәсәйлеләрҙе Конституцияның 20 йыллығы менән ҡотланы. Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттерҙе.
- Ил Президентының Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итеүе – ул Рәсәй Конституцияһының, бөгөн теүәл 20 йыл тулған Конституцияның, талабы. Дәүләтебеҙ һәм йәмғиәтебеҙ өсөн мөһим булған ошо ваҡиға менән һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайым, — тине дәүләт башлығы. — Һәм әлбиттә, Федераль Йыйылыш – Рәсәй парламентының 20 йыллығы менән.
Президент, «конституция ике төп өҫтөнлөктө – граждандарҙың хоҡуҡтары, азатлыҡтары статусы һәм көслө дәүләт – берләштерҙе, уларҙың үҙ-ара бурыстары – бер-береһен ихтирам итеү һәм яҡлау», тип билдәләне.
- Конституция каркасы тотороҡло булырға тейеш, был тәү сиратта Конституцияның кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын билдәләгән икенсе бүлегенә ҡағыла. Төп Закондың был положениелары ныҡлы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.
Шул уҡ ваҡытта Президент, тормош бер урында ғына тормай, һәм конституция процесын аҙағынаса тамамланған тип ҡарарға ярамай, тип билдәләне. «Хоҡуҡ ҡулланыу практикаһынан, тормоштан килгән урынлы төҙәтмәләр, әлбиттә, мөмкин, ә ҡайһы берҙә – кәрәкле лә».
- Юғары һәм Юғары Арбитраж судтарын берләштереү буйынса Конституцияға үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Бөгөн был судтар күп закондар буйынса ҡапма-ҡаршы фекер йөрөтә, ҡайһы берҙә оҡшаш эштәр, хатта бер үк эштәр буйынса төрлө ҡарарҙар сығарыла. Һөҙөмтәлә хоҡуҡи билдәһеҙлек килеп тыуа, ә ҡайһы саҡта кешеләрҙең яҙмышында сағылған ғәҙелһеҙлек тә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика