Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Декабрь 2013, 13:52

Республикала 2014 йылда 2 миллион 640 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Президиумының 2013 йылда торлаҡты сафҡа индереүҙең алдан һығымталары һәм 2014 йылға маҡсаттар билдәләүгә арналған кәңәшмә үтте.
- Торлаҡ зиннәт булырға тейеш түгел, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Күптәрҙең фатир алыу, йорт төҙөү мөмкинлектәре юҡ һәм улар тотош быуын ятаҡтарҙа йәшәй. Талап юғары булған саҡта торлаҡ етешмәүе уға хаҡтарҙың артыуына килтерә. Хатта урта килемле кешеләр йыш ҡына торлаҡ һатып ала алмай.
Башҡортостанда сиратта тороусылар 90 меңгә яҡын. Торлаҡ һатып алыу мөмкин булһын өсөн бөтә муниципалитеттар ҙа социаль торлаҡ майҙанының квадрат метры өсөн хаҡ билдәләгән.
- Беҙ кешеләргә ярҙам итәбеҙ, торлаҡ төҙөүгә һәм һатып алыуға тотонолған сығымдарҙы субсидиялау буйынса социаль программаларҙы тормошҡа ашырабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ауыл ерендә йәшәүсе һәм эшләүсе агросәнәғәт комплексы, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, йәш белгестәр өсөн торлаҡ хаҡынан 70 процентҡа тиклем социаль түләүҙәр эшләйбеҙ. Эконом-класс торлағы һатып алыуға кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялайбыҙ. Йәш ғаиләләргә ярҙам итәбеҙ, торлаҡ хаҡын 35 процентҡа тиклем ҡаплайбыҙ. Йәш уҡытыусыларға тәүге взносты һәм кредит буйынса проценттарҙы түләүгә сығымдарҙы бүлеп түләү хоҡуғы бирҙек. Өс һәм унан күберәк бала, шулай уҡ инвалид балалары булған 12 мең ғаиләгә бушлай ер участкалары бирҙек. Шуға ҡарамаҫтан, торлаҡҡа, айырыуса арзан торлаҡҡа, талап ҙур.
Башҡортостанда 2011 йылдан алып социаль торлаҡ төҙөлөшө башланды. Былтыр 74 мең квадрат метр төҙөлгән, быйыл 100 мең самаһы сафҡа индерергә планлаштырыла. «Ауылдың социаль үҫеше» программаһын иҫәпкә алып, авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү һәм йорт комплекттарын биреү буйынса был һан 210 мең «квадратҡа» етергә тейеш. Шулай уҡ өҫтөнлөклө тәртиптә социаль торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары бүленә. Берҙәм республика исемлегендә хәҙер – 8 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерерлек 11 мең гектарҙан ашыу перспективалы майҙансыҡ бар.
Йыл һайын Республика адреслы инвестиция программаһына шәхси һәм күмәк төҙөлөш райондарында инженер коммуникациялары төҙөүгә аҡса һалына. Быйыл – 2,3 миллиард һум самаһы. Киләһе йылға 617 миллион һум планлаштырылған.
- Күберәк төҙөү өсөн, беҙгә күберәк төҙөлөш материалдары етештерегә кәрәк, — тип билдәләне республика Президенты. — Быйыл «Евробетон» комбинаты Өфөлә каркас технологияһы буйынса йорттар төҙөү өсөн йылына 30 мең кубометр тимер-бетон конструкциялар сығарыу ҡеүәтенә эйә производствоны сафҡа индерҙе.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ федераль структуралар менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең мөһим булыуын билдәләне. Тәү сиратта - Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды менән.
Дүрт йыл элек республика Хөкүмәте һәм Фонд хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Уны тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса тәҡдимдәр эшләү өсөн эш төркөмө бар. Төркөмдөң бурысы – республика территорияһында федераль ер участкалары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе системаға һалыу, уларҙы межалауҙы үткәреү һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу. Хәҙер дөйөм майҙаны 206 гектар булған өс участка әйләнешкә индерелгән. Бында 170 мең квадрат метр торлаҡ сығасаҡ, тип күҙаллана.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров тотош Башҡортостан буйынса файҙаланыуға тапшырыласаҡ торлаҡтың план күләмен хәбәр итте. 2013 йылда 2 миллион 470 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелеүе көтөлә, 2014 йылда – 2 миллион 640 мең. Иң юғары төҙөлөш темптары Октябрьскийҙа һәм Нефтекамала: 2012 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 155,8 һәм 148,2 процент. Иң түбән темптар Ағиҙелдә, унда 71,3 процент. Рәсәй кимәлендә Башҡортостан дөйөм квадрат метрҙар иҫәбе буйынса Татарстандан (1948,2 мең), Санкт-Петербургтан (2156,3 мең), Мәскәүҙән (2183,7 мең), Краснодар крайынан (3013,4 мең) һәм Мәскәү өлкәһенән (4365,9 мең) ҡала алтынсы урында (1855,2 мең кв. метр).
Камил Мансуров әйтеүенсә, бирелгән торлаҡ ипотека кредиттары иҫәбе лә арта. 2013 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостан халҡына дөйөм алғанда 22 миллиард 642 миллион һум күләмендә кредит бирелгән.
Автор:Розалия Вәлиева
Читайте нас: