07:38 (UTC+5), 09 Декабря 2013

Төбәк етәксеһе: «Еңел атлетика – күмәк спорт төрө, уға мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итергә кәрәк»

Людмила Терновая
Эш сәфәре сиктәрендә Рөстәм Хәмитов Үрге Тәтешленең Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булды. 1957 йылда төҙөлгән бер ҡатлы ағас бина заманса талаптарға тап килмәй. Мәктәптә 11 спорт төрө буйынса шөғөлләнәләр, шул иҫәптән көрәш, баскетбол, хоккей. Башҡортостан Президенты урындағы хакимиәткә яңы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бинаһын төҙөү проектын эшләргә ҡушты. Благовещен тәжрибәһе өлгө сифатында күрһәтелде, унда 12 миллион ярымға заманса физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөлдө.
Тәтешле районы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе менән һөйләшкәндә Рөстәм Хәмитов, еңел атлетика кеүек спорт төрөн популярлаштырырға кәрәк, тип билдәләп үтте.
- Еңел атлетика – күмәк спорт төрө, уға мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итергә кәрәк. Хоккейҙан айырмалы рәүештә, унда экипировка ҡиммәт, еңел атлетика менән бөтәһе лә шөғөлләнә ала.
Үрге Тәтешлелә республика етәксеһе шулай уҡ «Спорт планетаһы» физкультура-сәләмәтләндереү комплексын ҡараны. Объектта төҙөлөш эштәре тамамланған, спорт ҡоролмаһы килеүселәрҙе ҡабул итергә әҙер. Комплексты төҙөүгә 140 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән. Ул БР Хөкүмәтенең «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы менән Килешеү сиктәрендә «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте средстволары иҫәбенә финансланған. Комплексҡа уйын спорт төрҙәре һәм ауыр атлетика менән шөғөлләнеү өсөн залдар, күнекмәләр залы, хоккей майҙансығы, өлкәндәр һәм балалар өсөн бассейн ингән.
Башҡортостан Президенты боҙ майҙансығын, теннис кортын һәм бассейнды ҡараны. Урындағы хакимиәт вәкилдәре менән бассейн кеүек объекттарҙы тотоу мәсьәләһен тикшергәндә, Рөстәм Хәмитов был статья буйынса сығымдарҙы кәметеү кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте. Бөгөнгө көнгә һәр район үҙәгендә тиерлек бассейндар барлығын иҫәпкә алғанда, уларҙы хеҙмәтләндереүгә йыл һайын 300 миллион һум самаһы аҡса тотонола. Республика Президенты сығымдарҙы кәметеү мәсьәләһе буйынса, уҡыусыларға бассейнды бушлай ҡалдырып, пенсионерҙарға – ташламалар яһау иҫәбе менән эшләргә ҡушты.
Артабан Башҡортостан Президенты «Йәйғор» балалар баҡсаһында булды. Бер йыл элек мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһында реконструкция үткәрелде. Элек был бинала ун йыл дауамында башланғыс мәктәп урынлашҡайны. Балалар баҡсаһына Үрге Тәтешлелә йәшәүсе 196 бала йөрөй. Республика башлығы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында булған дүрт төркөмдө лә ҡараны.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика