13:07 (UTC+5), 06 Декабря 2013

Рәсәйҙең 11 төбәге һайлау комиссиялары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәй Федерацияһының 11 субъекты һайлау комиссиялары төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеү Өфөлә үткәрелгән «Хәҙерге Рәсәйҙә һайлау системаһын үҫтереүҙең 20 йыллыҡ тәжрибәһе: ҡаҙаныштар, проблемалар, перспективалар» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһының йомғаҡлау этабы булды.
Яҡтар Рәсәй граждандарының һайлау хоҡуҡтарын тәьмин итеү өсөн тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында һайлау комиссияларының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләшеп килеште.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев, был мөһим сәйәси ваҡиға, тип билдәләне.
— Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан өйрәнерлек нәмәләр байтаҡ, шуға күрә бөгөн документҡа административ сик буйынса күршеләр генә түгел, шулай уҡ Камчатканан Калининградҡа тиклем һайлау комиссиялары вәкилдәре ҡул ҡуя.
«Хәҙерге Рәсәйҙә һайлау системаһын үҫтереүҙең 20 йыллыҡ тәжрибәһе: ҡаҙаныштар, проблемалар, перспективалар» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһының пленар өлөшөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Илдең 11 төбәгенән һайлау комиссиялары вәкилдәре коллегалары менән үҙ тәжрибәһе һәм тәҡдимдәре менән уртаҡлашты. Форум эшендә Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев, Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Нина Кулясова ҡатнашты.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика