12:52 (UTC+5), 05 Декабря 2013

Рөстәм Хәмитов: «Халыҡ сәйәси процестарҙа әүҙем ҡатнаша»

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Заманса Рәсәйҙә һайлау системаһы үҫешенең 20 йыллыҡ тәжрибәһе: ҡаҙаныштар, проблемалар, перспективалар» төбәк-ара конференцияһында ҡатнашты. Форум бөгөн Өфөлә асылды.
Республика етәксеһе төбәктең социаль-иҡтисади тормошондағы үҫеш хаҡында һөйләне. Хакимиәт эшенең төп маҡсаты – кешеләр өсөн уңайлы тормош булдырыу, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
- Республика халҡы бөгөн сәйәси процестарҙа әүҙем ҡатнаша. Һайлауҙар төп сәйәси процестарҙың береһе булып тора. Нәҡ улар күпселек осраҡта ил, территория, федерация субъекты йөҙөн билдәләй, — тине Президент.
Сентябрҙә республикала үткән һуңғы һайлауҙар парламентта төрлө партия вәкилдәренең артыуын күрһәтте. Һәм бөгөн яңы республика парламенты составында алты партия вәкилдәре эшләй.
- Был ысынлап та насар түгел, төрлө ҡараштар, идеялар дөрөҫлөктө асыҡларға ярҙам итәсәк, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.
Шул уҡ ваҡытта, һайлау процестарын ойоштороу – ауыр, тип билдәләне ул. Рәсәй масштабында ла, хатта ҙур булмаған территорияларҙа ла, ауыл ерендә лә. Шуға күрә бөгөнгө конференцияла күп мәсьәләләр буйынса фекер алышырға кәрәк.
Һайлау системаһында һуңғы йылдарҙа билдәле бер бейеклектәргә өлгәшелде, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
Шул уҡ ваҡытта республика башлығы, проблемалар ҙа етерлек, тип билдәләне. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Эш булмаған ерҙә генә һорауҙар юҡ.
- Һайлау комиссияларында эш ҡайнай. Бигерәк тә хәҙер фекерҙәр, идеялар, ҡараштар, тәжрибәләр күп, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдә лә. Быларҙың барыһын да иҫәпкә алырға, даими рәүештә камиллашырға, үҙгәрергә кәрәк.
Бөгөнгө конференция перспективаларҙы тикшереү буйынса яҡшы фекер алышыу майҙансығына әйләнәсәк. Һайлау процесында бөтә ҡатнашыусыларҙың фекерҙәрен, мәғлүмәти йәмғиәт талаптарын иҫәпкә алып, технологиялар индереү буйынса яңы алымдар кәрәк, тип иҫәпләй республика башлығы.
- Һайлау комиссияларының эше йәмғиәттә сәйәси әүҙемлектең үҫеше менән ҡатмарлашасаҡ ҡына. Беҙҙең бурыс – кешене сәйәси һәм иҡтисади процестарға йәлеп итеү.
Башҡортостан Президенты республика һайлау системаһындағы хеҙмәткәрҙәргә награда тапшырҙы.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика