04:42 (UTC+5), 03 Декабря 2013

Рөстәм Хәмитов Мәскәү Банкы идараһы рәйесе менән осрашты

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Мәскәү Банкы идараһы рәйесе Михаил Кузовлев күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауҙың яңы системаһына ярашлы төбәк операторы менән эшләү буйынса банк мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Банк капиталь ремонтта ҡатнашыусыларҙың барыһы менән дә: төбәк операторы, торлаҡ хужалары берләшмәләре менән дә – комплекслы эшләү, шулай уҡ капремонтты башҡарыусыларҙы финанслау программаһын әҙерләне.
— Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа бер йыл элек ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы хеҙмәттәшлектең тәүге йылына йомғаҡ яһалды, — тип аңлатты Михаил Кузовлев. — Бойомға ашырылған проекттар араһында — Өфөлә арзан торлаҡ төҙөү программаларын финанслау, ҡала йылылыҡ селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүсе муниципаль предприятиелар эшмәкәрлегенә ярҙам, баш ҡала электротранспорты программаларын, энергияны һаҡлау өлкәһендәге проекттарҙы финанслау. Финанслауҙың дөйөм суммаһы — 1,3 млрд һумдан ашыу.
— 2013 йыл уңышлы үтте, — тип билдәләне Михаил Кузовлев. — Банк бизнесы өс тапҡырҙан ашыуға артты. Киләсәктә беҙ республика Хөкүмәте менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә берлектәге эште дауам итергә планлаштырабыҙ.
— Беҙҙең финанс ағымын «эйәрләү» өсөн күп аҡыл кәрәкмәй. Ә бына ҙур матди нимәлер булдырыу — был икенсе кимәлдәге бурыс, — тине Рөстәм Хәмитов. — Мин был йүнәлештә эшләп, беҙҙә йәшәйеш, инфраструктура, социаль объекттар барлыҡҡа килеүен, һәм, уларҙы беҙ төҙөнөк, ә Мәскәү Банкы финансланы, тип әйтерлек булыуын теләйем.
Рөстәм Хәмитовтың Мәскәү Банкы идараһы рәйесе менән осрашыуы хаҡында ентекле мәғлүмәтте Башҡортостан Президенты сайтында уҡып белергә мөмкин.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика