11:16 (UTC+5), 02 Декабря 2013

«Кроношпан» — «экологик монстр» түгел, ә заманса предприятие»

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты «Өфө» журналында баҫылған интервьюла «кроношпан ғауғаһына» баһа бирҙе.
- Талаштар һәм конфликттар асылда иһә емергес. Тик был осраҡта һөҙөмтәләр мәҡәлдәге кеүек – «яҡшыһыҙ яман булмаҫ, яманһыҙ яҡшы булмаҫ». Инвесторҙар объекттарҙы төҙөгәндә ябайлаштырылған алымдарға юл ҡуйылмаясағын аңланы. Республика территорияһында төҙөлөш һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоп булмай, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы әйтеүенсә, хәҙер инвесторҙар документтарҙы тәртипкә килтерә, бөтә һығымталарҙы ала, шул иҫәптән экологик та, шул саҡта конфликт бөтөргә тейеш.
- Ҡалала йәшәүселәр «Кроношпан» — «экологик монстр» түгел, ә яҡшы заманса предприятие буласағына инанасаҡ, ул меңләгән кешегә яҡшы эш һәм хеҙмәт хаҡы алыу мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш, урман хужалығын тәртипкә килтереп буласаҡ, — тип ышаныс белдерҙе Президент.
«Өфө эргәһендә һәм республикала кеше өсөн зыянлы һәм хәүефле бер ниндәй ҙә производство төҙөлмәйәсәк. Бөтә ҡарарҙар етди тикшереүҙәр үткәреп һәм йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алып ҡына ҡабул ителәсәк», тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе, бөтә ҡабул ителгән ҡарарҙар үтәлергә тейеш, тип иҫәпләй. Һәм бында яҡлауҙарға юл ҡуйылмаҫҡа тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика