Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Декабрь 2013, 16:55

Өфө амфитеатрын Экстрим-парк төҙөү өсөн алмаясаҡтар – Башҡортостан Президенты

Өфө амфитеатрын – Конгресс-холл артындағы ландшафтлы майҙансыҡты экстремаль спорт төрҙәре паркын төҙөү өсөн алмаясаҡтар. Был турала Башҡортостан Президенты «Өфө» журналының баш мөхәррире Галина Ишмөхәмәтоваға биргән интервьюла телгә алды.
- Ул булмаясаҡ. Экстрим паркты башҡа урында ла төҙөргә була – Өфөлә быға оҡшаш битләүҙәр етерлек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Асыҡ һауала беренсе классик концерт тәжрибәһе беҙҙең ышаныстарҙы аҡланы. Тыуған ҡалаһында концерт ҡуйыу өсөн үҙенең тығыҙ графигынан ваҡыт бүлә алған йондоҙло яҡташтарыбыҙға тейешле баһа бирергә кәрәк. Бының яҡшы йолаға әүерелеүенә ышанам. Киләһе йәй ошоға оҡшаш берәй сара үткәрәсәкбеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала власының Ағиҙел йылғаһы ярының Конгресс-холл эргәһендә ике ҡалҡыулыҡ араһындағы битләүҙе ял итеү зонаһы итеп үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ҡарары йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы. Конгресс-холл артындағы майҙансыҡ – төрлө концерттар, кино күрһәтеү һәм фестивалдәр үткәреү өсөн бик уңайлы урын. Күптән түгел бында ҙур уңыш менән күп кеше ҡатнашлығында өс мәҙәни сара ойошторолдо: «Уфанет» компанияһы башланғысы менән ойошторолған ике асыҡ кино күрһәтеү, һәм open air форматында бер симфоник һәм джаз концерты.
Шулай уҡ баш ҡаланың күп ҙур мәҙәниәт майҙансаҡтарында етди реконструкция алып барыла, тип һөйләне Рөстәм Хәмитов.
- Нефтселәр һарайы яңыра: залдың акустикаһын, сәхнәне тәртипкә килтерәбеҙ. Ә бына махсус Музыка йортон икенсе урында төҙөргә кәрәк. Гергиев та, Спиваков та беҙҙә яҡшы зал булмауын тәнҡитләйҙәр ине. Һәм улар хаҡлы ла.
Шул уҡ ваҡытта, ҙур төҙөлөшкә әлегә аҡса юҡ, тип билдәләне республика башлығы. Тәүге ваҡытта Өфө Нефтселәр һарайында реконструкцияланған акустик зал менән мөрхәтһенергә тура киләсәк.
Президент әйтеүенсә, шулай уҡ Башҡорт опера һәм балет театрында ла реконструкция бара. Театр сәхнәһе заманса механизмдар менән йыһазландырыласаҡ, оркестр соҡоро күтәрелмәле буласаҡ, креслоларҙы алмаштырасаҡтар, интерьерҙы реставрациялаясаҡтар, сәхнәне яҡтыртыу өсөн яңы ҡоролма ҡуйыласаҡ.
Бындай эштәр башҡа район һәм ҡалаларҙа ла башҡарыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
- Һәр муниципалитет башлығы мәҙәниәт учреждениеһы – ул район йәки ҡаланың йөҙө булып тороуын аңлай, урындағы бюджет дефицит хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, күршеләр менән ярыша-ярыша, конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып, был йүнәлеште үҫтерергә тырыша. Һәм мин ысынлап та уларҙың тырышлыҡтарын күрәм.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: