05:00 (UTC+5), 29 Ноябрь 2013

Депутаттар республиканың 2014-2016 йылдарға бюджетын раҫланы

Людмила Терновая
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында парламентарийҙар «2014 йылға һәм 2015-2016 йылдар план осорона республика бюджеты тураһында» закон ҡабул итте. Был проект бер юлы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Был мәсьәлә буйынса доклад менән Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет рәйесе Рузалия Хисмәтуллина сығыш яһаны.
Закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарағандан һуң индерелгән төҙәтмәләрҙе, беренсе сиратта, республикаға федераль бюджеттан керемдәр күләмен иҫәпкә алып, БР бюджетының яҡындағы өс йылға төп параметрҙары бер аҙ үҙгәртелде.
Индерелгән төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алғанда, 2014 йылға табыш өлөшө 123,9 миллиард һум тәшкил итә, сығым — 138,9 миллиард һум, дефицит 15 миллиард һумға тигеҙ, был алдағы редакциянан 3 миллиард һумға кәмерәк. 2015 йылда табыштар күләме 124,4 млрд һум күләмендә планлаштырылған, сығымдар — 137,4 млрд, дефицит, 1 млрд һумға кәметелеп. 13 млрд һум тәшкил итәсәк. 2016 йылға табыштар 134,3 млрд һум тип билдәләнгән, сығымдар — 143,3 млрд, дефицит 9 млрд кимәлендә һаҡланасаҡ.
Төбәк Хөкүмәте тарафынан индерелгән икенсе төҙәтмәләр төркөмө БР Хөкүмәте тарафынан дәүләт программаларын раҫлау һәм үҙгәртеү буйынса ҡайһы бер норматив-хоҡуҡ акттары ҡабул итеү, шулай уҡ дөйөм күләмен үҙгәртмәйенсә, бюджет сығымдарының функциональ, маҡсат һәм ведомство структураһына тейешле төҙәтмәләр индереү менән бәйләнгән. Законда 21 дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға средстволар ҡаралған.
Өсөнсө төҙәтмәләр төркөмө айырым норматив-хоҡуҡ акттары ҡабул итеүгә бәйләнгән, уларға ярашлы коммерция булмаған ойошмалар, субсидия алыусылар исемлеге раҫланған. Бында субсидияларҙың дөйөм күләме үҙгәрмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика