Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
0
99.72
0
71.06
-1.63
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Ноябрь 2013, 14:31

Республика парламентының пленар ултырышы үтә

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышың III ултырышы үтә. Көн тәртибендә 57 мәсьәлә билдәләнгән.
«Хөкүмәт сәғәте» сиктәрендә Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡ етәксеһе Илдар Ямаловтың сығышы планлаштырылған. Депутаттар шулай уҡ ҡайһы бер закон проекттарын ҡараясаҡ.
2014 йылға һәм 2016 йылға тиклем план осорона республика бюджеты икенсе һәм һуңғы уҡыуҙа ҡараласаҡ. Беренсе уҡыуҙан һуң уға ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелде. Атап әйткәндә, федераль бюджеттан планлаштырылған керемдәр иҫәпкә алынды. Дефицитты кәметеүгә өлгәшелде, ул хәҙер 15 миллиард һумға тигеҙ. Закон проектының тәҡдим ителгән версияһында табыш өлөшө 123 921 105,9 мең һум тәшкил итә, сығым — 138 921 105,9 мең һум.
Депутаттар бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламентына өс кешенән торған депутат төркөмдәре төҙөү хоҡуғы биреүсе төҙәтмәләрҙе ҡараясаҡ. Әлеге ваҡытта парламенттың алты депутаты фракцияларҙың береһендә лә тормай, шуға күрә улар үҙ депутат берләшмәһен ойоштора ала.
«Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында» законға өҫтәмәләр индереләсәк. «Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт хоҡуҡтарын биреү тураһында» законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, урындағы власть органдары мал зыяраттары булдырыу буйынса функцияларҙы үҙҙәренә алырға тейеш.
Ултырышта беренсе уҡыуҙы үткән ҡайһы бер федераль закон проекттары ҡараласаҡ.
Ғәмәлдәге закондарға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, опекундарға баланы аҫырауға, инвалид баланы йәки сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән баланы ҡарауға аҡсалата түләүҙәр күләме арттырыласаҡ. Арттырыуҙы 2014 йылдың 1 ғинуарынан индерергә планлаштырыла.
Депутаттар шулай уҡ «Ветерандар тураһында» федераль законға үҙгәрештәрҙе тикшерәсәк. «Балаһы булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы буйынса өҫтәмә саралар тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекттары менән әсәлек капиталы средстволарын ҡулланыу мөмкинлектәре киңәйтелә.
Ултырыштың көн тәртибенә индерелгән күп кенә мәсьәләләр Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегенә бәйләнгән. Йәш парламентарийҙар депутаттар корпусы алдында ике йыллыҡ эше тураһында отчет бирәсәк. Бынан тыш, ҡануниәтселәргә Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһында положениеға төҙәтмәләрҙе, шулай уҡ яңы саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалығына кандидатураларҙы ҡарарға кәрәк.
Һәр ваҡыттағыса пленар ултырышта депутаттар Башҡортостан Республикаһы айырым суд участкаларының мировой судьялары вазифаһына кандидатураларҙы ҡараясаҡ.
Автор:Людмила Терновая
Читайте нас: