06:26 (UTC+5), 28 Ноября 2013

Рөстәм Хәмитов ГФР-ҙың Екатеринбургтағы Генконсулы Андреас Классен менән осрашты

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Германия Федератив Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Андреас Классен менән осрашты.
— Германия менән Башҡортостан Республикаһы бизнесы араһындағы бәйләнештәр киңәйә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең республикаға Германияның рәсми делегациялары, эшлекле даирәләр вәкилдәре йыш килә. Апрелдә Башҡортостанда Германияның Рәсәйҙәге илсеһе Ульрих Бранденбург булып китте. Уҙған аҙнала мин «Сименс» һәм «Эберспехер» компаниялары вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барҙым. Бөтә республика халҡы кеүек, мин дә Өфөлә сервис-виза үҙәге асылыуына бик тә ҡәнәғәтмен. Был бөтә процедураларҙы күпкә ябайлаштырасаҡ һәм, әлбиттә, граждандарыбыҙҙың виза алыуын тиҙләтәсәк.
Президент менән осрашҡандан һуң ГФР-ҙың Екатеринбургтағы Генконсулы журналистар менән үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
— Мин Башҡортостанда тәүге тапҡырмын, Рәсәйҙә эшләй башлауыма алты ай самаһы, — тине Классен әфәнде. — Республика Президенты менән иҡтисади хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙек, Өфөлә ГФР-ҙың сервис-виза үҙәген асыу тураһында һөйләштек, был да үҙ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлекте яҡшыртыуға һәм киңәйтеүгә үҙ өлөшөн индерер, тип ышанам.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан территорияһында немец капиталы ҡатнашлығында компаниялар эшләй, берлектәге предприятиелар бар. Башҡортостандың Германия менән тышҡы сауҙа әйләнеше 2013 йылдың туғыҙ айында 166 миллион доллар тәшкил итте, шул иҫәптән экспорт – 15 миллион, импорт – 151 миллион доллар.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика