Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
12:46 (UTC+5), 28 Ноября 2013

Константин Толкачев Ағиҙел һәм Нефтекама уҡыусылары менән осрашты

Людмила Терновая
Ағиҙел һәм Нефтекама уҡыусылары Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға экскурсияға килде. Почетлы ҡунаҡтар сифатында улар республика парламенты ултырышында ҡатнашты. Был юлы төбәк парламенты эшен 34 уҡыусы ҡарай алды, улар араһында – Нефтекама дөйөм белем биреү мәктәбенең полиция класы тәрбиәләнеүселәре лә.
Балалар музейҙа булды, унда Башҡортостанда парламентаризм үҫешен сағылдырыусы экспонаттар менән танышты. Шулай уҡ улар республика муниципаль берәмектәре символикаһы ҡуйылған геральдик залда булды, төбәктә парламентаризм тарихы тураһында документаль фильм ҡараны.
Бәләкәс ҡунаҡтар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа, шулай уҡ Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленкоға һорауҙар бирә алды. Уҡыусыларҙы закон проекттары нисек эшләнеүе, төбәк башлығын һайлауҙа граждандар ҡатнашасаҡмы, йәштәр мөхитендә енәйәтселек күрһәткестәрен нисек кәметеү кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
Константин Толкачев республикала ҡануниәт эше нимәнән башланыуы тураһында һөйләне, Дәүләт Йыйылышы структураһын, шулай уҡ пленар ултырышта ҡаралған ҡайһы бер закондар сығарыу акттарын аңлатты. Атап әйткәндә, Дәүләт Йыйылышы Комитеттары ҡарамағында депутаттар төркөмөн ойоштороу тураһындағы ҡарар, яҡындағы йылдарға республика бюджеты тураһында ҡабул ителгән закон.
Финанс тураһында һөйләгәндә, республика парламенты спикеры төбәк бюджетының өстән бер өлөшө белем биреү системаһына тотонолоуын билдәләне.
Республика белем биреү учреждениелары уҡыусылары менән ошондай осрашыуҙарҙы ҡануниәт даими ойоштора. Спикерҙың уҡыусылар менән һуңғы осрашыуы быйыл майҙа үткәрелгәйне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика