19:04 (UTC+5), 27 Ноября 2013

Башҡортостандан ғалим Рәсәй политологтар йәмғиәте составына инде

Ғәлиә Нәбиева
Башҡорт дәүләт университетының политология кафедраһы мөдире, сәйәси фәндәр докторы, юридик фәндәр кандидаты, профессор Вадим Гайдук хәҙер Рәсәй политологтар йәмғиәтендә төбәк исеменән сығыш яһаясаҡ. М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында Рәсәй политологтар йәмғиәтенең ойоштороу съезы үтте. Яңы ойошма белгестәрҙең сәйәсәт өлкәһендә үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеген тәьмин итергә тейеш.
— Ил ватан политологтарын концептуаль туплауға, уларҙың системалы фәнни-кадрҙар күсәгилешлегенә мохтаж, — тип иҫәпләй Вадим Гайдук. — Федераль Үҙәктә һәм Рәсәй төбәктәрендә барған сәйәси процестар эксперт һәм фәнни политологик баһалау һәм мониторинг талап итә.
Башҡортостан ғалимы фекеренсә, ил етәкселеге ҡурсалауында Рәсәй политологтары берләшмәһен ойоштороу уларҙың профессиональ статусын һәм политологтарға талапты күтәрәсәк.
Хәҙер дәүләт һәм йәмәғәт структуралары үҙ сәйәси имиджын “күрһәтеү” йәки сәйәсәт өлкәһендә дөрөҫ мәғлүмәт алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген беләсәк. Политологтарға талап артасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта Вадим Гайдук, «яңы «заказдар» артынан ҡыуып политологтар «сәйәси уйындарға» йәлеп ителеүе ихтимал, ул саҡта дөрөҫлөк һәм ысынбарлыҡ менән бәйләнеште юғалтасаҡтар» тип борсола.
Ойоштороу съезында илдең 50-нән ашыу субъекты вәкилдәре Рәсәй политологтар йәмғиәтенең Уставын ҡабул итте. Йәмғиәттең етәксе органдары ойошторолдо, шулай уҡ төҙөлгән берләшмәнең Совет һәм Президиум ағзалары һайланды. Президиум составына М.В.Ломоносов исемендәге МДУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Виктор Садовничий, МГИМО ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Анатолий Торкунов, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Евгений Примаков, Рәсәй Фәндәр академияһының Ижтимағи фәндәр буйынса фәнни мәғлүмәт институты директоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Юрий Пивоваров, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты политология факультетының дәүләт сәйәсәте кафедраһы мөдире Владимир Якунин, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Федор Бурлацкий, Санкт-Петербург дәүләт университетының политология факультеты деканы Станислав Еремеев, философия фәндәре докторы Александр Капто һәм М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының политология факультеты деканы Андрей Шутов инде.
Рәсәй политологтары берләшмәһенең беренсе съезы 2014 йылдың июненә билдәләнде. Унда ойошманың рәйесе һайланасаҡ һәм эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса проекттар тәҡдим ителәсәк.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика