05:12 (UTC+5), 22 Ноября 2013

Сәлиә Мырҙабаева: “Етем балаларҙың юғары белем алыуға льготалы хоҡуғын тергеҙергә кәрәк”

Ғәлиә Нәбиева
— Етем балаларҙың юғары белем алыу өсөн айырым шарттарға хоҡуҡтарын тергеҙергә кәрәк, — тип иҫәпләй Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева. — Бер төркөм депутаттар «Белем тураһында» һәм «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында» закондарға тейешле өҫтәмәләр индереү тураһында закон проектын әҙерләне лә инде. Уны яҡын араларҙа Дәүләт Думаһында ҡарарға планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 1 сентябрҙән «Юғары һәм юғары уҡыу йортонан һуң профессиональ белем алыу тураһында» федераль закон көсөн юғалтты, ул етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, шулай уҡ ошо категориянан 23 йәшкә тиклемге кешеләрҙе, инеү имтихандарын уңышлы тапшырған осраҡта, бюджет аҡсаһы иҫәбенә уҡытыу өсөн конкурстан тыш юғары уҡыу йортона индереү мөмкинлеге бирә ине. «Рәсәй Федерацияһында белем тураһында»ғы яңы законда бындай норма ҡаралмаған.
«Берҙәм Рәсәй» партияһынан депутаттар быны дөрөҫ түгел тип иҫәпләй. Фракция мәсьәләне бындай уҡыусыларҙы вузда уҡытыуға әҙерләү проблемаһы менән бергә хәл итергә тәҡдим итә. Парламентарий әйтеүе буйынса, ғәмәлдәге закондар етем балаларҙың дәүләт юғары уҡыу йорттарының әҙерлек бүлектәрендә бюджет аҡсаһы иҫәбенә уҡытыу өсөн ҡабул итеүгә хоҡуғын ҡарай.
Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың сентябрҙә үткән ултырышында РФ Президенты Владимир Путин юғары уҡыу йорттарына ҡабул иткәндә етем балаларға өҫтәмә гарантиялар биреү кәрәклеген яҡланы һәм был мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика