Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Ноябрь 2013, 14:50
Рөстәм Хәмитов Татарстан Президентының ҡайғыһын уртаҡлашты
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстан Президенты Рөстәм Минихановҡа самолеттың һәләкәткә осрауы менән бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.
«Ҡазан аэропортында булған фажиғәле авиа һәләкәте Башҡортостан халҡын тетрәндерҙе. Килеп тыуған ҡаза тураһындағы хәбәр беҙҙең йөрәктәрҙе һыҙландырҙы. Рөстәм Нурғәли улы, шәхсән Һеҙгә, ғаиләгеҙгә, һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына, бөтә туғандаш Татарстан халҡына тәрән ҡайғы уртаҡлашыу белдерәбеҙ.
Ошо ауыр көндәрҙә беҙ һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ, онотолмаҫлыҡ юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тип яҙылған республика башлығы телеграммаһында.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
бр президенты
ҡайғы уртаҡлашыу
Читайте нас: