07:06 (UTC+5), 18 Ноября 2013

Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды Советының ултырышы үтте

«Башинформ»
Мәскәүҙә РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә Волга буйы федераль округында граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды Советының ултырышы үтте. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар округта 2013 йылда хәрби-патриотик, белем биреү һәм тәрбиәүи проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһанылар, тип хәбәр иттеләр Мәскәүҙәге БР Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге матбуғат хеҙмәтенән.
Проекттарҙы финанслауҙы тәьмин итеүсе Фонд Советына ватан предприятиелары етәкселәре инә. Михаил Бабич, РФ Президенты Владимир Путиндың патриотик тәрбиә өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу тураһындағы Указына ярашлы, Волга буйы федераль округы аппаратының хәрби-патриотик, белем биреү һәм тәрбиәүи проекттар төҙөү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса башланғыстарын яҡлаған өсөн Фонд партнерҙарына рәхмәт белдерҙе.
Осрашыуҙа, власть һәм бизнес көстәрен берләштереү арҡаһында 2013 йылда округта 15 меңдән ашыу уҡыусы һәм студент хәрби-патриотик, спорт һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнаша алды, тип билдәләнде. Волга буйы федераль округының «Волга» Йәштәр форумы, «Туриада» спорт-туристик лагеры, «Волга буйы зарницаһы» хәрби-спорт уйыны, «Гвардеец» оборона-спорт сәләмәтләндереү лагеры кеүек проекттар, «Бала саҡты ҡайтарыу» проектына ярашлы үткәрелгән конкурстарға, фестивалдәргә ярҙам, «Өсөнсө үлсәм» округ интернет-проекттары конкурсы тураһында һүҙ барҙы. «КаДетство» округ кадет корпустарын үҫтереү проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусы ойошторолдо. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән өсөн Михаил Бабич Волга буйы федераль округында граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды партнерҙарына, атап әйткәндә, «Урал тау-металлургия компанияһы», «Татнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә, «Система» акционерҙар финанс корпорацияһына, «Башҡортостан химияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика