08:59 (UTC+5), 18 Ноябрь 2013

Башҡортостан Президенты Шишмә һәм Дәүләкән райондарында булды

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Шишмә һәм Дәүләкән райондарына эш сәфәре менән барҙы. Республика етәксеһе предприятиелар эштәре, ауыл хужалығының ҡаҙаныштары менән танышты, шулай уҡ социаль объекттарҙа булды.
Шишмә ауылы Мәҙәниәт һарайында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған ауыл хужалығы продукцияларының күргәҙмәһен ҡараны.
«Шишмә» асыҡ акционерҙар йәмғиәте стенды эргәһендә Президент хеҙмәткәрҙәрҙән көнбағыш урыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Генераль директор Айҙар Яҡупов әлеге ваҡытта был культураның 80 проценты йыйып алынған, тип һөйләне. Эштәрҙе тамамлауға 2-3 аҙна ваҡыт кәрәк буласаҡ. Предприятие әлегә 240 мең тонна майлы орлоҡ әҙерләгән, тағы 150 мең тонна әҙерләргә ҡалған, һәм завод киләһе йылғы уңышҡа тиклем сеймал менән тулыһынса тәьмин ителәсәк.
«Шишмә» майы бөтә Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә талап менән файҙалана. Продукттың ҙур булмаған партиялары алыҫ сит илдәргә оҙатыла.
Республика башлығын «Шишмә шәкәр заводы» («Сигма» компаниялар төркөмө) продукцияһы менән таныштырғанда, предприятие етәксеһе Эльмир Асаев, шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу эше тамамланған, тип һөйләне. Бөтәһе 500 мең тонна татлы тамыраҙыҡ әҙерләнгән, уларҙан 55 мең тонна шәкәр етештереләсәк. Хәҙер завод 2014 йылдың мартына тиклем сеймал менән тәьмин ителгән, ғәҙәттә тамыраҙыҡ ғинуарға тиклем генә етә торғайны.
«Шишмә емеш питомнигы совхозы» муниципаль унитар предприятиеһы стенды экспонаттары менән танышыу барышында Рөстәм Хәмитов тармаҡтың проблемалары тураһында белде. Был ауыл хужалығы йүнәлеше үҫешенә продуктҡа ихтыяж кәмеү һәм кадрҙар етешмәүе төп ҡаршылыҡ булып тора. Башҡортостан Президенты ауыл хужалығы министры Николай Коваленкоға республикала баҡсасылыҡты үҫтереү буйынса махсус кәңәшмә үткәреп, тармаҡтың проблемаларына иғтибар итергә ҡушты.
Артабан Башҡортостан Президенты Шишмә ауылындағы яңы спорт-сәләмәтләндереү комплексында булды. Дүрт ҡатлы ҡоролманы 2012 йылдың июлендә төҙөй башлағандар. Спорткомплекстың дөйөм майҙаны – биш мең квадрат метрҙан ашыу. Сменаһына ул 112 кешене ҡабул итә аласаҡ.
Төҙөлөшкә «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте бүлгән 165 миллион һум аҡса сарыф ителгән. Рөстәм Хәмитов спорт уйындары өсөн залдарҙы, бассейнды, табиптар, тренерҙар кабинеттарын, тамашасылар өсөн балконды, күнекмәләр залын ҡараны. Комплекс мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҡуллана алырлыҡ барлыҡ саралар менән тәьмин ителгән. Башҡортостан Президенты комплексты ҡарағандан һуң, дөйөм алғанда, ҡәнәғәт ҡалды. Беренсе килеүселәрҙе 2014 йылдың 1 ғинуарында ҡабул итергә планлаштыралар.
Дәүләкән районына эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов торбалар сығарыу буйынса предприятиела булды, ул Рәсәйҙә иң ҙур профилле торба етештереүселәрҙең береһе – Рязань торбалар заводы подразделениеһы.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда бындай профилдәге берҙән-бер предприятие булып тора. Ул Дәүләкәндә 2010 йылдан алып эшләй. Предприятие етәксеһе республика Президентына һөйләүенсә, 2010 йылдан алып производствоға дөйөм инвестициялар күләме 100 миллион һум тәшкил итте, 2016 йылға тиклем тағы ла 124 миллион һум һалыу күҙаллана.
Рөстәм Хәмитов етештереү цехтарын, әҙер продукция келәтен, сығарылған продукцияларҙың өлгөләрен ҡараны. Быйыл туғыҙ ай эсендә 29 мең тонна торба етештерелгән, 2016 йылға тиклем инвестициялар һалыуҙы арттырыу иҫәбенә продукцияны етештереү күләмен 40 мең тоннаға еткерергә ниәтләнәләр. Продукция Силәбе, Ҡазан, Һамар, Пермь, Ырымбурға ебәрелә.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Дәүләкән үҙәк район дауаханаһын ҡараны. Медицина учреждениеһы 303 койкаға иҫәпләнгән стационарҙы, ололар, балалар стоматология поликлиникаһын, Иваново ауыл участка дауаханаһын, 41 фельдшер-акушерлыҡ пунктын берләштерә. Дауахана табиптары райондың төрлө ауыл биләмәләрендә йәшәүсе 42 мең самаһы кешене хеҙмәтләндерә.
Әлеге ваҡытта медицина учреждениеһында төп корпустың һауыҡтырыу-диагностикалау корпусында ремонт бара. Бөтә эштәрҙең хаҡы 104 миллион һум күләмендә баһаланған. Аҡсаның яртыһынан күберәге тотонолған.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие ясле, бәләкәй һәм мәктәп йәшенә тиклемге балалар өсөн 30-ҙан ашыу төр аяҡ кейеме етештерә. Етештереү күләме йылына 600 мең пар.
Төбәк етәксеһе «2011-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» маҡсатлы программаһында ҡатнашыусы, Дәүләкән районы Ҡәҙерғол ауылы шәхси эшҡыуары Илфат Муллагилдиндың крәҫтиән-фермер хужалығын ҡараны. Ошо программа буйынса был беренсе тормошҡа ашырылған проект.
Рөстәм Хәмитов артабан да аграр секторға ярҙам итәсәкбеҙ, тип белдерҙе.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика