07:56 (UTC+5), 13 Ноября 2013

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан Президенты вазифаһын икенсе төрлө атауҙа бер ниндәй сенсация юҡ»

Людмила Терновая
Башҡортостан Президенты БР Конституция судының субъект етәксеһе вазифаһы атамаһын үҙгәртеүгә ҡарата инициативаһына үҙ фекерен белдерҙе.
- Үткән биш-ун йыл эсендә республика Конституцияһына ярайһы уҡ күп үҙгәрештәр индерелде. Ҡайһы бер бүлектәр һәм положениелар үҙ көсөн юғалтты. Шуға бәйле Конституцияны ярашлы рәүешкә килтерергә кәрәк ине, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика Президенты фекеренсә, тәҡдим ителгән үҙгәрештәр төбәктә конституция процесының үҫешенә бәйләнгән.
- Һис шикһеҙ, парламентҡа закондар сығарыу инициативаһы индереү, кешеләрҙең йәмәғәт тормошонда ҡатнашыу мөмкинлектәре яғынан граждандар йәмғиәтенең роле үҫешә. Конституция суды бындай үҙгәрештәрҙе Дәүләт Йыйылышына тәҡдим итеүҙе кәрәкле тип иҫәпләне, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республика Дәүләт Йыйылышында тикшерерлек закондар сығарыу инициативаһы индереүгә федераль ҡануниәттең үҙгәреүе лә ярайһы уҡ етди сәбәп булып торҙо.
- Республика башлыҡтарын президент тип түгел, ә икенсе төрлө атау тураһында закон ҡабул ителгәс, республиканың Конституция суды, бындай закондың булыуын иғтибарға алып, республиканың иң юғары вазифалы кешеһен «президент» тип атауҙан туҡтарға һәм 2015 йылдың 1 ғинуарынан был вазифаны «Глава Республики Башкортостан» тип атарға тәҡдим итте — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Башҡортса атамаһына килгәндә, әле фекер алышырға кәрәк буласаҡ. Белеүемсә, һуңғы ҡарарға киленмәгән әле. Варианттар бар, уларҙы барыһын да тикшерергә кәрәк. Депутаттар ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер, моғайын. Бында бер ниндәй ҙә сенсация юҡ. Был ҡәҙимге процесс. Бер яҡтан, ул техник мәсьәлә, ә икенсе яҡтан –Конституцияны федераль ҡануниткә тап килтереү.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика