Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Ноябрь 2013, 15:00

Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индерелә

Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индереү планлаштырыла. Быға бәйле «Башҡортостан Республикаһы конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында» Закон проектын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға республиканың Конституция Суды индерҙе.
Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, уның актуаллеге граждандарҙың закондар сығарыуҙа ҡатнашыуын киңәйтеү, шулай уҡ конституция положениеларын федераль ҡануниәткә тап килтереү кәрәклегенә бәйләнгән.
Атап әйткәндә, «Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкәләтле) һәм башҡарма власть органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» Федераль закон (2010 йылдың 28 декабрендәге редакцияһында) Рәсәй Федерацияһы субъектарының иң юғары вазифалы кешеһе вазифаһын икенсе төрлө атауҙы ҡарай. Шуға бәйле иң юғары вазифалы кешене «Башҡортостан Республикаһы башлығы» тип атарға тәҡдим ителә. Закон проекты республика Конституцияһының 1-се бүлеге 6-сы статьяһына һәм 11-се бүлеге 123-сө статьяһына үҙәрештәр индерә. Ошо төҙәтмәләр 50 мең һайлаусының хуплауын талап итә.
Дәүләт Йыйылышы Президиумы, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының беренсе киҫәге 1-се һәм 11-се бүлектәре положениеларына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында тәҡдимдәрҙе хуплап, быйыл 13 ноябрҙән граждандарҙың ҡултамғаларын йыя башлауҙы ойошторорға ҡарар итте. Ҡултамғаларҙы муниципаль кимәлдә ойошторолған инициатива төркөмдәре йыясаҡ.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: