17:16 (UTC+5), 12 Ноября 2013

БР Ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәләмов Почет билдәһе менән бүләкләнде

Людмила Терновая
Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм БР хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе Марат Муллағәләмов республика парламентының юғары наградаһына – «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн» Почет билдәһенә лайыҡ булды. Награданы Марат Сабит улына БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың төп наградаһын иң күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе, төрлө вазифаларҙа эшләп, республика өсөн күп файҙа килтергән кешегә тапшырғым килә, — тип билдәләне республика парламенты спикеры. — Марат Сабит улы бай эстәлекле ғүмер кисергән. Ветерандар ойошмаһы етәксеһе булараҡ, беҙҙең ветерандарҙың, пенсионерҙарҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә ул күп көс һала. «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» республика законын тормошҡа ашырыуҙа уның күрһәткән хеҙмәте айырыуса мөһим. Хеҙмәтегеҙ өсөн, республика хаҡына эшләгәнегеҙ һәм эшләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.
- Иғтибарығыҙ, социаль мәсьәләләрҙе законлы нигеҙҙә хәл итеүегеҙ, өлкән быуын хоҡуҡтарын яҡлағанығыҙ өсөн республика Ветерандар советы рәхмәтле. Юғары наградағыҙ өсөн рәхмәт, — тине республика парламентарийҙарына Марат Муллағәләмов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика