11:10 (UTC+5), 11 Ноября 2013

Йәш парламентарийҙар өс йылға һайланасаҡ

Людмила Терновая
Республика парламентының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индереү тураһында» ҡарар проекты ҡаралды. Был документ Рәсәй субъекттарының йәштәр парламенттары тәжрибәһен өйрәнеү нигеҙендә Йәштәр палатаһы эшмәкәрлеген камиллаштырыуға йүнәлтелгән.
Уға ярашлы, Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкәләтлеге срогын ике йылдан өс йылға тиклем оҙайтыу күҙ уңында тотола. Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп 30 йәшкә тиклемге граждандар һайлана ала. Положениеның ғәмәлдәге редакцияһында Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы булып 35 йәшкә тиклемге граждандар һайлана ала ине.
Бынан тыш, вәкәләтле составта беренсе ултырыш ул ойошторолған көндән алып ике ай эсендә үткәрелергә тейеш. Элекке Положениеға ярашлы беренсе ултырыш бер ай эсендә үткәрелергә тейеш ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика