04:58 (UTC+5), 30 Октября 2013

Рөстәм Хәмитов тәбиғи газ өсөн түләү дисциплинаһы тураһында кәңәшмәлә ҡатнашты

«Башинформ»
29 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбиғи газ менән тәьмин итеү өлкәһендә түләү дисциплинаһы тураһында кәңәшмәлә ҡатнашты, уны видеоконференция режимында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Кәңәшмә барышында «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте башлығы Алексей Миллер ил эсендә газ өсөн түләүҙең аванс системаһына күсергә тәҡдим итте.
«Хөрмәтле Дмитрий Анатольевич, илебеҙҙә коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр өсөн түләүҙең аванс системаһына күсеү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк, тип иҫәпләйем», – тине Алексей Миллер.
Дмитрий Медведев был идеяны хупланы.
Бынан тыш, Дмитрий Медведев ресурстар менән тәьмин итеү компанияларында ситтән тороп мәғлүмәт алыу мөмкинлеге биреүсе иҫәпкә алыу приборҙары урынлаштырыу буйынса тәҡдимде лә хуплауын белдерҙе.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәтғи саралар күрмәйенсә булмай. Быға барыһының да аңлап ҡарауын теләйем. Һүҙ бында энергия, газ менән тәьмин итеү тураһында ғәмәлдәге килешеүҙәргә ярашлы күрелгән саралар тураһында ла, шулай уҡ, әлбиттә, хоҡуҡ һаҡлау органдары линияһы буйынса күрелергә тейешле ҡәтғи саралар, суд структуралары аша түләттереү хаҡында ла бара», – тине РФ Хөкүмәте Рәйесе.
Ҡулланыусыларҙың газ өсөн бурысы бөтә ил буйынса 100 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, Башҡортостанда – 1,6 миллиард һум.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика