09:01 (UTC+5), 30 Октября 2013

Альфред Зиннәтуллин Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Сергей Захаров
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Альфред Зиннәтуллинды республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Альфред Зиннәтуллин 1959 йылда Үзбәк ССР-ының Алмалыҡ ҡалаһында тыуған. Силәбе дәүләт техник университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Алмалыҡ тау-металлургия комбинатының электромонтеры булып башлай. Төрлө йылдарҙа Өфө пассажирҙар автотранспорты производство берекмәһендә автоэлектрик; «Союз» акционерҙар йәмғиәте рәйесе, генераль директоры урынбаҫары; «Аваль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры була. Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығында, «РосЭнергоРесурс» милли мәғлүмәт үҙәге асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә төрлө вазифалар биләй. 2008 йылда Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығында бүлек етәксеһе, һуңынан генераль директор урынбаҫары була. 2012 йылдан әлегә тиклем баш ҡаланың торлаҡ хужалығы идаралығы директоры булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика