06:38 (UTC+5), 28 Октября 2013

Зөһрә Рәхмәтуллина: “Башҡортостан үҙ мәҙәниәте менән таныштырыуҙа бай тәжрибәгә эйә”

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостандан депутат, Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина 2014 йылдың майында Мәскәүҙә «Төркиә ритмдары» Төрөк мәҙәниәте көндәре әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашты. Ул Истанбулда үтте.
Рәсәй менән Төркиә араһында һуңғы ваҡытта күршеләрсә татыу мөнәсәбәттәр үҫешә бара. Билдәле булыуынса, быйыл апрелдә Истанбулда урыҫ мәҙәниәте фестивале үтте, уға ярашлы Рәсәй киноһы көндәре һәм төрлө мәҙәни-тамаша саралары үткәрелде. Улар үҙенсәлекле һәм бай Рәсәй мәҙәниәтен һәм сәнғәтен яратҡан бик күп төрөктәрҙе йыйҙы.
— Һәр халыҡтың мәҙәниәте бай һәм күп яҡлы, һәм фестиваль барышында бер нисә көн эсендә генә башҡа мәҙәниәттең төп ҡиммәттәрен һәм үҙенсәлеген, халыҡтың тотош тормошон сағылдырыусы милли сәнғәт колоритын тамашасыға еткереү еңелдән түгел, — тип иҫәпләй депутат. — Шуға күрә башҡа төбәктә, етмәһә башҡа дәүләттә үҙ мәҙәниәтең менән таныштырғанда тотош халыҡтың рухын, көнкүрешен, тормош асылын, менталитетын асып бирә алырлыҡ сиктәрҙе һәм артефакттарҙы һайлап алыу бик мөһим.
Парламентарий фекеренсә, Башҡортостан Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә күп милләтле Башҡортостан мәҙәниәтен презентациялау буйынса бик бай тәжрибәгә эйә. Атап әйткәндә, Төркиәлә, Истанбулда, йыл һайын башҡорттарҙың «Һабантуй» байрамы үткәрелә. Һуңғы араларҙа ғына республика Сыуаш Республикаһында, Ҡаҙағстанда, Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында үҙ мәҙәниәте һәм сәнғәте менән таныштырҙы.
Парламентарий мәҙәниәт фестивалдәрен әҙерләү һәм ойоштороуҙа «Башҡортостан тәжрибәһе» менән уртаҡлашты һәм төрөк коллегаларына Мәскәүҙә төрөк мәҙәниәте көндәрен үткәреү буйынса ҡайһы бер конструктив позициялар тәҡдим итте.
Мәскәүҙә Төрөк мәҙәниәте көндәре сиктәрендә төп бейеү коллективтарының, эстрада башҡарыусыларҙың, сығыштары, театраль спектакль, «Ғәжәйеп быуат» («Великолепный век») телесериалы актерҙары менән осрашыу, исеме бөтә донъяға билдәле төрөк фотокорреспонденты А.Гюлерҙың фотокүргәҙмәһе планлаштырыла. Мәскәүҙәрҙе халыҡ ижады изделиелары күргәҙмәһе, сувенир продукцияһы һатыу, төрөктәрҙең аш-һыуҙары менән танышыу көтә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика