Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.98
-0.54
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Октябрь 2013, 14:55

Ил етәксеһе мөфтөйҙәр менән осрашты

Ил Президенты Владимир Путин шишәмбе Өфөлә Рәсәй мосолмандар диниә назаратының мөфтөйҙәре менән осрашты. Дәүләт башлығы ислам руханиҙары менән дәүләт һәм мосолман дини ойошмаларының үҙ-ара килешеп эш итеүенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Рәсәй Президенты, Бөгөн Өфөлә мосолман диниә йыйылышын ойоштороуҙың 225 йыллығы билдәләнә, тине. Ул саҡта, 18-се быуат аҙағында, ислам Рәсәйҙә рәсми дин булып таныла. Ислам йәмғиәт тормошоноң мөһим өлөшөнә әйләнә.
Рәсми булмаған дини ойошмалар вәкилдәре күтәргән идеяларҙан айырмалы, бөгөн исламды яңынан социалләштереү мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Президенты. Дин тотоусылар менән эшләүҙең яңы формалары сифатында Владимир Путин йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ислам клубтары булдырырға тәҡдим итте.
«Рәсәй мосолман эшмәкәрҙәре тауышы донъя берләшмәһендә лә ишетелергә тейеш», тип билдәләне Президент.
Осрашыу барышында ислам руханиҙары өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе тикшерелде.
- Инициатива һеҙгә күсергә тейеш, ә рәсми булмаған лидерҙарға түгел, —тип билдәләне ил башлығы. Радикал көстәр йәмғиәтте тарҡатырға тырыша, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Шуның менән бәйле, лайыҡлы мосолман дини тәғлимәт мәктәптәрен булдырыу мөһим, тип билдәләне Владимир Путин.
Мөфтөйҙәр йәштәргә рухи-әхләҡи тәрбиә биреүҙә ил Президенты билдәләгән проблемаларҙы хәл итеүгә ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Атап әйткәндә, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Өфөлә Рәсәй мосолмандары академияһын ойошторорға тәҡдим яһаны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 21 октябрҙән 23-нә тиклем Ырымбур мосолман диниә йыйылышы – Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратынының 225 йыллығына арналған тантаналар үтә. Икеләтә байрам айҡанлы төп тантаналар Өфөлә уҙа. Юбилей сараһында 30 ил вәкилдәре – 500-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: