08:25 (UTC+5), 23 Октября 2013

Дәүләт башлығы мосолмандарҙы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллыҡ юбилей тантанаһын Волгоградта теракт ваҡытында һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алыуҙан башланылар.
Рәсәй Президенты тантанала сығыш яһап, Өфөгә байрамға килгән барлыҡ ил вәкилдәренә рәхмәтен белдерҙе.
- 225 йыл элек Рәсәй императоры Екатерина II Указы менән Өфөлә Ырымбур мосолман диниә йыйылышы ойошторола. Әһәмиәте буйынса, ислам рәсми дәүләт кимәлендә Рәсәйҙең традицион диндәренең береһе булып танылған, — тип билдәләне Владимир Путин. — Рәсәй, күпселек халҡы православие христиандары булһа ла, бөтә донъяға, Европаға дингә тигеҙ ҡараш һәм тәрән аҡыл өлгөһө күрһәтә.
- Төрлө милләт кешеләренең дөйөм тырышлығы менән ҙур бөйөк дәүләт барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта һәр халыҡ, һәр этнос үҙ үҙенсәлеген һаҡлаған, — тип билдәләне Президент.
Үҙ-ара аңлашыу һәм мәҙәни аралашыу, традицион дини конфессия вәкилдәренең ихтирамлы диалогы илдең рухи берҙәмлеген булдыра.
- Ислам – ул Рәсәй мәҙәни кодының сағыу өлгөһө, Рәсәй тарихының айырып алғыһыҙ бер өлөшө.
Владимир Путин ислам юлынан барыусыларҙы, уртаҡ Ватаныбыҙҙың данын күтәргән дәүләт эшмәкәрҙәрен, ғалимдарҙы, эшҡыуарҙарҙы, сәнғәт һәм мәҙәниәт вәкилдәрен, ҡаһарман яугирҙәрҙе билдәләп үтте.
Дәүләт башлығы ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мосолмандарҙың Еңеүгә тос өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бынан алда Өфөлә үткән мосолман руханиҙары съезында мөфтөй Рәсүлев үҙ Ватаныңды һаҡлау изге бурыс булып тороуы хаҡында һөйләгәйне. Мосолмандар башҡа милләт халыҡтары менән бергә Берлинға тиклем һуғыш юлы үткән.
- Былар барыһы ла беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ һәм беҙ уны изге күреп һаҡларға, һуғыш яландарында ла, тыныс хеҙмәттә лә иңгә-иң терәп бергә атлаған атай-олатайҙарыбыҙ иҫтәлеге итеп ҡарарға бурыслыбыҙ. Улар бер ҡасан да иптәштәрен милләтенә, ниндәй дин тотоуына ҡарап айырмаған. Улар бер-береһенә ҡарата ихтирамды баһалай белгән, ҡайғыны ла, шатлыҡтыла бергә уртаҡлашҡан, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ил етәксеһе.
Владимир Путин дини лидерҙарҙы йәштәрҙе ватансылыҡ һәм дөйөм милли үҙаң тойғоһона нигеҙләнгән үҙ-ара ихтирам рухында тәрбиәләргә саҡырҙы.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика