04:54 (UTC+5), 22 Октября 2013

Рима Баталова: “Йәштәрҙә сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү үтә мөһим”

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Ҡазанда үткәрелгән «Минең арттан йүгер» II Бөтә Рәсәй сәләмәт йәшәү рәүеше фестивалендә булды.
Сара Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында үтте. Унда Рәсәйҙең 50 төбәгенән вәкилдәр, шулай уҡ Ҡазандың юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.
Бөтә Рәсәй сәләмәт йәшәү рәүеше фестиваленең йомғаҡлау этабында сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса йәштәр проекттары конкурсының Беренсе премияһында еңгән 2013 йылғы «Минең арттан йүгер» проектында иң яҡшы ҡатнашыусылар наградланды. Премия 12 номинацияла еңеүселәргә һәм лауреаттарға тапшырылды.
«Сәләмәт йәшәү рәүеше-реклама» номинацияһында еңеүселәрҙе бүләкләп, 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова үткәрелгән сараның мөһимлеген һәм көнүҙәклеген билдәләп үтте, сөнки ул йәш быуында сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Йәштәрҙә сәләмәт йәшәү рәүеше мәҙәнилеге тәрбиәләү илебеҙ ҡеүәтенә тос өлөш индереү булып тора, тип иҫәпләй данлыҡлы спортсы.
— Бында килеп, мин сәләмәт йәшәү рәүеше темаһы йәштәр араһында бик тә зарури булыуына тағы бер инандым, һәм был йүнәлеште үҫтерергә кәрәк, — тип билдәләне депутат.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика