18:54 (UTC+5), 21 Октября 2013

Сәйәси кино лабораторияһы Өфөнөң «Черниковка» биҫтәһенең барлыҡҡа килеүен һөйләйәсәк

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының «Сәйәси кино лабораторияһы» медиа-сәйәси проекты ике ҙур проект тәҡдим итәсәк – «Черниковканың «Ҡара алтыны» («Черное золото» Черниковки») һәм «Черниковка — заводта эшләүселәр ҡалаһы» («Черниковск — город заводчан»). Фильмдарҙа сәнәғәт предприятиеларының үҫеше, социаль-иҡтисади инфраструктуралары һәм баш ҡаланың төньяҡ өлөшөнөң тарихи-мәҙәни йөҙө бәйән ителә.
ХХ быуат башында Өфөнән ун өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Черниковка ауылында халыҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.
Советтар Союзының тәүге биш йыллыҡтарында Черниковка тиҙ үҫешеүсе сәнәғәт территорияһына әйләнә. Райондың хәҙерге тарих биттәре 1930-сы йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводын төҙөүҙән башлана. СССР Ауыр сәнәғәт халыҡ комиссары Серго Орджоникидзеның тәҡдиме буйынса 1935 йылда Өфөнөң ситендә ҡеүәтле нефть эшкәртеү предприятиеһы— крекинг-завод төҙөлә башлай. 1938 йылдың 20 июнендә беренсе 117 тонна Өфө бензины алына.
Бөгөн Өфөнөң ике сәнәғәт районын – Орджоникидзе һәм Калинин – Черниковка тип йөрөтәләр. Был райондар күп кенә социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙы биләй.
Ни өсөн ХХ быуат башында әрәмәлек баҫып алған ташландыҡ урында крекинг ҡоролмалар һәм машиналар эшләү ҡеүәттәре үҫеп сыҡҡан? Хәҙерге заманда ҡала халҡы һәм республиканың нефть эшкәртеү индустрияһы хеҙмәткәрҙәре ҡала һыҙатында заводтар булыуға нисек ҡарай? Черниковка сәнәғәте – республиканың ғорурлығымы әллә урындағы халыҡтың экологик проблемаһымы? Сәйәси кино лабораторияһында ҡатнашыусылар фильмды күрһәткәндән һуң ошо һәм башҡа бик күп мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ.
Фильмды күрһәтеү һәм фекер алышыу 23 октябрҙә 18 сәғәт 30 минутта Рәсәй кинематография үҙәге – «Родина» кинотеатрында үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика