Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Октябрь 2013, 11:50
Рудик Исҡужин Башҡортостан Президенты советнигы итеп тәғәйенләнде
Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов үҙ бойороғо менән Рудик Исҡужинды республика Президенты советнигы вазифаһына тәғәйенләне.
Рудик Ғәзиз улы Исҡужин 1950 йылдың 28 июлендә БАССР-ҙың Күмертау районы Таймаҫ ауылында тыуған.
СССР-ҙың Юғары Ҡыҙыл байраҡлы Дәүләт именлеге комитеты мәктәбен, Ҡыҙыл байраҡлы Дәүләт именлеге комитеты институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1969 йылда һәүерташ комбинаты технигы (Силямяе ҡалаһы, Эстон ССР-ы) булып башлай. 1972-1992 йылдарҙа Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итә. Төрлө йылдарҙа электр селтәрҙәре техник-релейщигы (Күмертау ҡалаһы); «Махсуслаштырылған Мәғлүмәт һәм Именлек агентлығы» фирмаһы директоры (Мәскәү ҡалаһы); «Халыҡ-ара Иҡтисади Хеҙмәттәшлек» компанияһының программалар етәксеһе (Мәскәү ҡалаһы); «Газпром» Рәсәй акционерҙар йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы нефть операторы, Яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәрендә «Транснефть» акционерҙар компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең программалар етәксеһе; Сит илдәр менән Эшлекле хеҙмәттәшлек үҙәге компанияһы вице-президенты; РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһының ярҙамсылар төркөмө етәксеһе; «Машиноимпорт» генераль директоры урынбаҫары; «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары советнигы булып эшләй.
2004 йылдан 2013 йылға тиклем Рудик Исҡужин Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы булды.
Автор:
Сергей Захаров
Теги:
кадрҙар тәғәйенләү
Читайте нас