13:23 (UTC+5), 18 Октябрь 2013

Республика башлығы граждандарҙы ҡабул итте

Людмила Терновая
Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты.
Ғариза яҙыусыларҙы тәү сиратта үҙҙәре йәшәгән ауылдарҙы инфраструктура менән тәьмин итеү һәм төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы.
Жуков ауылында йәшәүсе, ике бала әсәһе үҙ йортона күсә алмай, сөнки унда мәктәп юҡ. Документтар менән танышҡандан һуң Рөстәм Хәмитов, Жуков ауылында белем биреү учреждениеһы төҙөү проекты әҙер, төҙөлөш эштәре 2014 йылда башланырға тейеш, тип аңлатты. Республика башлығы был күтәрелгән мәсьәләнең көнүҙәк булыуын танып, уны үҙ контроле аҫтына аласағын белдерҙе.
Икенсе кеше Өфөләге спорт мәктәбенә капиталь ремонт кәрәклеге тураһында һөйләне. Президентҡа үткән быуат уртаһында һалынған был бина авария хәлендә булыуы хаҡында хәбәр иттеләр. 90-сы йылдарҙа төҙөлгән өҫтәмә ҡоролмаларға ла капиталь ремонт талап ителә. Спорт ҡоролмаларының туҙыуы тураһындағы мәсьәләне уҡытыусыларҙың береһе – спорт бейеүҙәре буйынса тренер күтәреп сыҡты.
- Тейешле шарттар булғанда ғына яҡшы кадрҙар «үҫтерергә» мөмкин, — тип иҫәпләй тренер.
Республика Президенты уның фекере менән ризалашып, был мәсьәлә буйынса баш ҡала хакимиәте башлығына эш ҡушыуын хәбәр итте.
Республика башлығы, спорт мәктәбендә капиталь ремонт 2014 йылда эшләнергә тейеш тип белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов уҡытыусынан республикала спорт бейеүҙәрен үҫтереү өсөн нимәләр етмәүе менән ҡыҙыҡһынды. Үҙебеҙҙең зал булмауы, тине тренер. Әлеге ваҡытта спорт бейеүҙәре менән шөғөлләнеү һәм ярыштар үткәреү өсөн иң уңайлы урындар булып «Динамо» стадионы һәм Спорт һарайы залдары тора. Әммә улар үҙ залдары булыуын теләй.
- Миңә нимәләр кәрәклеген яҙығыҙ һәм мин тейешле бурыстар йөкмәтермен, — тине республика Президенты.
Өфөнөң «Колгуевский» биҫтәһендә балалар поликлиникаһы булмау айҡанлы ла мөрәжәғәт иттеләр. Мөрәжәғәт итеүсенең дүрт йәшлек балаһы, ошо биҫтәләге уның тиҫтерҙәре кеүек үк, өс биҫтә балалары хеҙмәтләндерелгән поликлиникала ҡарала. Пациенттарҙың күп булыуы һәм медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәү сәбәпле, күрһәтелгән медицина ярҙамының сифаты аҡһай.
- Республика педиатрҙарҙарға ҡытлыҡ кисерә, 1000-ләп белгес етешмәй, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм ҡала мэрына был мәсьәләне өйрәнһендәр өсөн бурыс йөкмәтәсәкмен. Ә һеҙҙән әҙерәк сабыр итеүегеҙҙе һорайым. Барлыҡ процедураларға – проект, килешеү һәм башҡа мәсьәләләргә – ваҡыт талап ителәсәк. Әммә беҙ был эште башлаясаҡбыҙ.
Ғариза яҙыусы, мәсьәлә тулыһынса хәл ителгәнгә тиклем, биҫтәлә ваҡытлыса педиатрия бүлеген ойоштороуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны. Был һорау ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Шулай уҡ Белорет районынан, Нефтекама ҡалаһынан үҙ проблемелары менән мөрәжәғәт итеүселәр булды. Төбәк етәксеһе уларҙың һәр береһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Президенты, Рәсәй Президентының бойороғона ярашлы, йылына ике тапҡыр халыҡты ҡабул итә. Бынан тыш, урындарға сығып, халыҡ менән аралашыу формаһы ла әүҙем ҡулланыла.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика