11:26 (UTC+5), 18 Октября 2013

Рөстәм Хәмитов етем балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы

Ольга Мортазина
Бөгөн, 18 октябрҙә, биш йәш кеше Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан фатир асҡысы алды. Өфөнөң балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә Яңы Максимовка биҫтәһендә ӨМЭПБ төҙөй башлаған йорттан социаль торлаҡ бүленде. Бында ҡайһы берәүҙәр былтыр уҡ күсенә башлағайны, быйыл тағы бер квартал төҙөп тапшырылды. Рөстәм Хәмитов, 2013 йыл аҙағына тиклем етем балалар 650-нән ашыу фатир аласаҡ, тип билдәләп үтте.
— Был биҫтәнең киләсәге яҡшы, беҙ кешеләргә кәрәкле инфраструктураны мотлаҡ төҙөп бөтөрәсәкбеҙ, юлдар ҙа булыр. Максимовканың үҙен төҙөкләндерергә кәрәк. Дөйөм алғанда, бында перспектива насар түгел. Бөген беҙ тормош юлдары ярайһы уҡ ҡатмарлы шарттарҙа башланған балаларға фатир асҡысы тапшырыу уңайынан йыйылдыҡ, уларға ярҙам итеү – беҙҙең бурысыбыҙ. Быйыл 600-ҙән ашыу фатир төҙөп, уларға тапшыра алдыҡ. Йылына ете-ун фатир биргән бынан өс-дүрт йыл элекке тарихты иҫкә төшөрһәк, насар һөҙөмтә түгел. Былтыр 600 рубежына етһәк, быйыл — 650. Был дәүләттең ахыр килеп ошо проблемаға йөҙ менән боролоуы хаҡында һөйләй. Әммә был проблема тулыһынса хәл ителмәгән әле, тағы мең ярым кеше сиратта тора. Бер-ике йылдан улар ҙа мотлаҡ торлаҡлы буласаҡ. Балаларға йорт йыһаздары алыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән ӨМЭПБ-ның генераль директорына рәхмәтемде белдерергә теләйем. Әгәр бөтә заводтар ҙа шундай социаль яуаплылыҡ күрһәтһә, һис тә насар булмаҫ ине.
— Мин тәүге тапҡыр фатир алам, шуға күрә бөгөн үҙ торлағы асҡысын алған егет һәм ҡыҙҙар кисергән хис-тойғоларҙы һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Беҙ барыбыҙ ҙа шатбыҙ, бәхетлебеҙ. Өфөлә һәм тотош республикала етемдәргә күрһәтелгән ярҙам өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең өсөн ойошторолған байрам өсөн рәхмәт, — тине балаларҙың береһе Александр Лачихин.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика