05:41 (UTC+5), 17 Октября 2013

«Эконом-торлаҡ» алыусылар исемлеген законлаштырасаҡтар

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа «Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү федераль фондының эконом-класс торлағы төҙөү, шул иҫәптән бындай торлаҡ төҙөү маҡсатында уларҙы комплекслы үҙләштереү өсөн бушлай файҙаланыуға йәки ҡуртымға тапшырылған ер участкаларында төҙөлгән эконом-класс торлағы һатып алыуға хоҡуғы булған граждандарҙың исемлеген төҙөү ҡағиҙәләре һәм күрһәтелгән граждандарҙы был исемлеккә индереү тәртибе тураһында» закон проекты өҫтөндә эш дауам итә. Документ быйыл 27 июндә ҡаралып, беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгәйне.
Закон проекты льготалы торлаҡ һатып алыуға дәғүә итеүсе граждандар исемлеген төҙөү процедураһының асыҡлығын арттырыуға йүнәлтелгән. Документта төп мәсьәләләр — бындай күсемһеҙ милеккә кемдең хоҡуғы бар, ул нисек һатыласаҡ, граждандарҙың ғаризалары нисек иҫәпкә алынасаҡ һәм ҡараласаҡ, аукцион һөҙөмтәләре тураһында протокол менән билдәләнгән шарттарҙа эконом-класс торлағы һатып алырға ризалашҡан граждандарҙың исемлеген төҙөү шарттары ниндәй буласаҡ – барыһы ла тәфсирләп яҙылған.
БР Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе Елена Родина, граждандарға эконом-класс торлағы биреү менән бәйле ҡайһы бер нормаларҙы ҡәтғиләштереү зарурлығы күптән өлгөргән, тип иҫәпләй.
— Асылда баҙар хаҡынан кәмерәккә һатылған эконом-класс торлағы тирәләй хоҡуҡи билдәһеҙлек хәле һалыныуы ҡануниәтселәрҙе бик тә борсой ине, — тип белдерҙе Елена Родина. — Намыҫһыҙ рәүештә исемлеккә инергә ынтылыусылар һаны сиктән тыш күбәйҙе. Закон проекты «эконом-торлаҡ» буйынса бөтә төп мәсьәләләрҙе тәртипкә һаласаҡ.
Яңы закон граждандарҙың эконом-класс торлағы һатып алыуға ғариза биреү, уларҙы иҫәпкә алыу һәм ҡарауҙың аныҡ һәм асыҡ тәртибен раҫлай, яҡтарҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика