Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Октябрь 2013, 14:29

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көнө үтте

Башҡортостан Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә 12 октябрҙә Республика көнөн билдәләне. Байрам «Мәскәү — беҙҙең уртаҡ йортобоҙ» Мәскәү төбәк-ара фестивале сиктәрендә үтте, уның барышында 2013 йыл башынан алып илдең төрлө төбәктәренән яҡташтар ойошмалары баш ҡалала үҙ төбәктәрен күрһәтте.
Республика яҡташтар ойошмаһы Мәскәүҙә был байрамды тәүге тапҡыр шулай киң итеп үткәрҙе. Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең тотош бер павильонында иртәнән кискә тиклем башҡорт программаһы ғына яңғырап торҙо.
Байрам ҡунаҡтарын күргәҙмә үҙәге ҡапҡаһы алдында уҡ милли кейемдәге волонтерҙар ҡаршы алды, ә бушлай автобус теләүселәрҙең барыһын да программа үткәрелгән урынға алып барҙы.
Байрамды Төбәк-ара хеҙмәттәшлек, милли сәйәсәт һәм Мәскәүҙең төбәк ойошмалары менән бәйләнештәр департаменты етәксеһе урынбаҫары Вадим Корниенко һәм РФ Президенты ҡарамағындағы БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиле, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров рәсми асты.
Көн «Башкортостан» киностудияһында башҡорт телендә төшөрөлгән тулы метражлы таҫмалар һәм мультфильмдар киносеансы менән асылды, улар бушлай күрһәтелде.
Байрамға килеүселәр иғтибарына шулай уҡ республиканың һәм уның баш ҡалаһы – Өфөнөң видеопрезентацияһы, сәнғәт оҫталарының, атап әйткәндә, «Каруанһарай» фольклор төркөмөнөң һәм популяр композитор Рим Хәсәновтың гала-концерты, фотокүргәҙмә, башҡорт сувенирҙары, китаптары, бал йәрминкәһе, «Ритайым» программаһы тәҡдим ителде, теләүселәр милли аш-һыуҙан ауыҙ итте. Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы йәштәр дискотекаһы һәм башҡорт телендә КВН командаһы сығыштары үткәрҙе.
Тарих битенә лә ваҡыт табылды. Баҡһаң, быйыл ҡасандыр Башҡортостандан Мәскәүгә үҙ ирке менән метрополитендың беренсе сиратын төҙөүгә килгән биш мең кешенең хеҙмәт батырлығына 80 йыл тула икән. Был 1933 йылда удар комсомол төҙөлөшөнә илебеҙ төбәктәренән килгән йәштәр отрядтарының иң ҙуры була – метро төҙөүселәрҙең һәр 15-сеһе беҙҙең республиканан килеүсе була.
Яҡташтар ойошмаһы ағзалары, уларҙың Мәскәүҙәге хеҙмәт батырлығы тураһындағы иҫтәлекте метрополитен станцияларының береһенә «Башҡорт» исеме биреү йәки метрополитендың берәй бинаһында Башҡортостандан метро төҙөүселәргә таҡтаташ асыу юлы менән мәңгеләштерергә кәрәк, тигән инициатива менән сығыш яһаны.
Автор:Гөлсәсәк Ханнанова
Читайте нас: