05:09 (UTC+5), 08 Октября 2013

Бөрйән районында Граждандар һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды

Арина Рәхимҡолова
Бөрйән районында элекке Оло Кәбәс ауылы урынында 1921 йылда граждандар һуғышында һәләк булған ауыл халҡы иҫтәлегенә граниттан мемориаль таҡтаташ ҡуйҙылар. Был иҫтәлекле урын Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә урынлашҡан.
Мемориаль таҡтаташты Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға яңы һайланған депутаттар Александр Работяев менән Сергей Греков үҙ аҡсалары иҫәбенә эшләтте.
Таҡтаташҡа бөтөрөлгән ауылдың исеме һәм һәләк булғандарҙың фамилиялары яҙылған.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бындай юҡҡа сыҡҡан билдәһеҙ ауылдар бихисап, ә унда кешеләр йәшәгән бит. Ҡуйылған таҡтаташ хәҙерге быуын кешеләренә генә түгел, киләсәк быуындарға ла ҡасандыр бында ауыл булыуы, унда граждандар һуғышы геройҙары йәшәүе хаҡында иҫкәртеп торасаҡ. Хәҙер 1917 йылғы октябрь ваҡиғаларына, граждандар һуғышына ҡараштар төрлө, ләкин был беҙҙең тарихыбыҙ һәм беҙ уны онотмаҫҡа тейешбеҙ, - тине Иршат Фәхретдинов.
Таҡтаташтар ҡуйыу Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды. Бындай саралар Бөйөк Рәсәй халҡын артабан да берләштереүгә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй депутат.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика