05:31 (UTC+5), 07 Октября 2013

Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында ҡатнашты

"Башинформ"
Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының XIV съезы эшендә ҡатнашты. Съездың пленар ултырышын асып, партия лидеры Дмитрий Медведев, 697 делегат теркәлде, тип хәбәр итте. «Берҙәм Рәсәй» съезы эшендә бөтәһе 1700-ҙән ашыу делегат һәм ҡунаҡтар ҡатнашты.
— Бөгөн Съезда ҡаралған мәсьәләләрҙе партияның ябай ағзалары тәҡдим итте. Улар ниндәйҙер фәлсәфәүи түгел, илебеҙ граждандарының күбеһен борсоған ябай мәсьәләләр, – тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй» рәйесе Дмитрий Медведев. – Бында илебеҙҙең бөтә төбәктәре вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләре йыйылған, ләкин уларҙың барыһын да халҡыбыҙ беҙҙең алға ҡуйған проблемалар берләштерә.
Ул, 2012 йылдың майында үткән Съезда «Берҙәм Рәсәй» уставы үҙгәртелгәйне, шуның һөҙөмтөһендә бөтә кимәлдәрҙәге партия бүлектәре етәкселәре йәшерен тауыш биреү нигеҙендә биш йылға һайлана, тип иҫкәртеп үтте.
— Һөҙөмтәлә тәүге һәм төбәк ойошмаларының етәксе составы өстән бер өлөшкә үҙгәрҙе, ә урындағы ойошмаларҙың – 20 процентҡа, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Берҙәм Рәсәй» рәйесе. Дмитрий Медведев быны етди һөҙөмтә тип атаны.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика