04:10 (UTC+5), 07 Октябрь 2013

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығын Олег Гайденко етәкләне

«Башинформ»
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы коллективын Идаралыҡтың яңы етәксеһе – генерал-майор Олег Гайденко менән таныштырҙылар, был вазифаға ул Рәсәй Президентының 13 сентябрҙәге Указы менән тәғәйенләнгән, тип хәбәр итә ведомствонаң матбуғат хеҙмәте.
Идаралыҡты 2009 йылдан етәкләгән генерал-лейтенант Виктор Палагин Мәскәүгә дәүләт хеҙмәтенә күсерелде.
Олег Николаевич Гайденко 1967 йылдың 28 декабрендә Ростов өлкәһендә тыуған. Юғары белемле: 1989 йылда – Орджоникидзе юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһын, һуңынан Түбәнге Новгородта Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте институтын тамамлаған. Именлек органдарында 1996 йылдан. Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Ростов өлкәһе буйынса идаралығында, Төньяҡ Кавказда, Федераль именлек хеҙмәтенең Үҙәк аппаратында оператив һәм етәксе состав вазифаларында хеҙмәт итә. 2011 йылдың июленән 2013 йылдың сентябренә тиклем Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау өлкәһе буйынса идаралығына етәкселек итә.
Өйләнгән, ике бала тәрбиәләй.
1 из 22
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика