04:43 (UTC+5), 07 Октября 2013

Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева – Әзербайжан Президентын һайлауҙа күҙәтеүсе

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге Парламент ассамблеяһы делегацияһы составында Әзербайжан Республикаһы Президентын һайлауға күҙәтеүсе сифатында халыҡ-ара миссияла ҡатнаша. Күҙәтеүселәрҙең бурысы — һайлауҙарҙы мөмкин тиклем объектив баһалау һәм теге йәки был провокацияға юл ҡуймау.
Әзербайжан Республикаһы президентын һайлау 2013 йылдың 9 октябрендә үткәрелә. Президент ирекле, шәхси һәм йәшерен тауыш биреү юлы менән биш йылға һайлана.
2013 йылдыү 20 сентябрендә Әзербайжан Үҙәк һайлау комиссияһы 10 кандидатты рәсми теркәне һәм иғлан итте. Дәүләт башлығы вазифаһын биләү өсөн Әзербайжан Республикаһының хәҙерге Президенты Илһам Әлиев; «Умид» (Өмөт) партияһы рәйесе Игбал Агазаде; Милли Мәжлес депутаты Заһид Орудж; Әзербайжандың Берҙәм халыҡ фронты партияһы рәйесе Гудрат Гасангулиев; «Современный Мусават» партияһы рәйесе Хафиз Гаджиев; Әзербайжан Социал-демократик партияһы рәйесе Араз Ализаде; Милли тергеҙеү хәрәкәте партияһы рәйесе Фарадж Гулиев; Милли демократик көстәр советынан кандидат Джамиль Гасанли; «Адалят» партияһы рәйесе Ильяс Исмайлов; Әзербайжан Демократик партияһы рәйесе Сардар Джалалоглу көрәшәсәк.
Президент һайлау йомғаҡтары Әзербайжан Республикаһы Конституция Суды тарафынан тауыш биргән көндән алып 14 көн эсендә рәсми рәүештә иғлан ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика