08:51 (UTC+5), 04 Октября 2013

Президент бюджет менән эшләү йүнәлештәрен билдәләне

Ғәлиә Нәбиева
Яңы саҡырылыш республика парламенты алдында торған иң мөһим бурыстарҙың береһе — сираттағы бюджет өҫтөндә эшләү. Былтырҙан алып бюджет яңыса төҙөлә – өс йылға.
— Беҙ ағымдағы бурыстарҙы хәл итеү режимынан оҙайлы ваҡытҡа планлаштырыуға, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү стратегик линияһын эшкәртеүгә күстек, — тип билдәләне, депутаттар алдында сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Алда беҙҙе бик ҡатмарлы осор көтә. Һәм киләһе бюджет нигеҙҙәре ошо ысынбарлыҡты иғәпкә алып һалынырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов, бөгөн республикала дефицитлы бюджет булыуы, киләсәктә лә дефициттың һаҡланыуы күҙаллана, шуға күрә хәҙер эштең ике йүнәлешенә – бюджет килемдәрен арттырыуҙы тәьмин итеүгә һәм сығым йөкләмәләренең иң мөһимдәрен билдәләп, бер өлөшөн ҡайтанан ҡарауға – иғтибар тупларға кәрәк булыуы хаҡында һөйләне.
Дәүләт һәм муниципаль милектә булған мөлкәттән килемдәр 14 процентҡа тиерлек кәмене. Һөҙөмтәлә төбәк бюджеты ярайһы уҡ сумма алып еткермәне.
— Хәлде яҡшыртыу өсөн беҙгә табыштарҙы арттырыуҙың башҡа динамикһы кәрәк. Яңы юғары технологиялы предприятиелар төҙөү, продукциябыҙҙың конкуренцияға һәләтлелеген, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мөһим, — тип иҫәпләй республика башлығы.
Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов, иҡтисади үҫеш — ул үҙмаҡсат түгел, ә халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу сараһы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика