07:43 (UTC+5), 03 Октябрь 2013

Яңыртылған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламентына иң өлкән депутат уңыштар теләне

Людмила Терновая
- Иң өлкән депутат булараҡ, Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының беренсе ултырышын асыуҙы миңә тапшырыуҙарын үҙемә ҡарата юғары хөрмәт тип ҡабул итәм. Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән республика дәүләт власының юғары ҡануниәт органына һайланыуығыҙ менән ҡотлайым, — тине яңы саҡырылыш республика парламентының беренсе ултырышын асыуҙа уның иң өлкән депутаты Рифғәт Гарданов. – Дәүләт власы органдары системаһында парламент мөһим звено булып тора. Халҡыбыҙ ниндәй ҡанундар буйынса йәшәүе һәм эшләүе туранан-тура уға бәйле. Республиканың Депутат корпусы закондар сығарыу эшендә етерлек тәжрибә туплаған. Яңы парламент депутаттарын Республика ҡануниәтен артабан үҫтереү һәм камиллаштырыу эшмәкәрлеге көтә. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы өстән ике өлөшкә яңырҙы. Алдағы саҡырылыш депутаттары тарафынан тупланған тәжрибәне артабан намыҫ менән дауам итерҙәр, тигән ышаныс белдерәм. Һеҙгә тәрән аҡыл, сабырлыҡ һәм уңышлы эшләүегеҙҙе теләйем.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика