05:40 (UTC+5), 25 Сентября 2013

Башҡортостан парламентында етәксе вазифалар структураһы үҙгәрәсәк

Людмила Терновая
Республика парламентының ойоштороу комитеты ултырышында етәксе вазифаларҙың яңы структураһы тәҡдим ителде. Ул дүртенсе саҡырылыштағыһынан, иң элек, профилле Комитеттар рәйестәре урынбаҫарҙарының һанын арттырыу менән айырылып тора. Даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттарҙың дөйөм һаны, «БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында» БР законының 1-се статьяһы менән билдәләнгән һәм 22 кеше тәшкил итә.
Ойоштороу комитеты ҡарауына республика парламенты етәксе вазифаларының түбәндәге структураһы тәҡдим ителде: республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе һәм уның ике урынбаҫары — даими нигеҙҙә, бер урынбаҫар — даими нигеҙҙә түгел, йәғни төп эшмәкәрлегенән айырылмайынса. Комитеттарҙың бөтә рәйестәрен элеккесә парламентта даими профессиональ нигеҙҙә эшләүгә йәлеп итергә тәҡдим ителде. Дәүләт Ҡоролошо, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитетта бер урынбаҫар даими нигеҙҙә тәҡдим ителде, икенсеһе — даими түгел. Дүрт Комитетта — Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары; Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш; Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ; Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктураны үҫтереү буйынса – рәйестең даими профессиональ нигеҙҙә эшләүсе берәр урынбаҫарын раҫларға тәҡдим ителде. Республика парламентының өс Комитетында – Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу; Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте; Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандарҙың эштәре буйынса — даими нигеҙҙә эшләүсе икешәр урынбаҫар раҫларға.
Яңы парламенттың етәксе вазифалары структураһы тураһында һуңғы ҡарар 3 октябрҙә, бишенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе ултырышында ҡабул ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика