06:48 (UTC+5), 24 Сентября 2013

Белорет ҡала Советы рәйесе итеп ҡайтанан Дилә Хәмзина һайланды

Әлим Фәйезов
23 сентябрҙә Белоретта быйыл 8 сентябрҙә һайланған дүртенсе саҡырылыш ҡала Советы депутаттарының беренсе ултырышы үткәрелде.
Совет ултырышында БР Президенты Хакимиәтенең территориялар менән эшләү бүлеге советнигы Салауат Шаһиев, Белорет районы муниципаль районы Советы рәйесе Евгений Карепанов, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илгиз Тләүбаев, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Надежда Горбатова ҡатнашты.
Ултырышты асып, Надежда Горбатова ҡала Советы депутаттарын һайлау кампанияһын үткәреүҙең төп этаптары тураһында һөйләне һәм һайлау үткәреү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Һуңынан депутаттар көн тәртибен тикшереүгә күсте, унда 19 мәсьәлә ҡаралғайны. Беренсе сиратта, үҙҙәре араһынан ҡала Советы рәйесен һәм уның урынбаҫарын һайлау, Советтың даими комиссияларын, уларҙың составын билдәләү, Совет президиумын раҫлау бурысы торҙо. Көн тәртибенә шулай уҡ Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы йөкмәтеү, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс үткәреү һәм конкурс комиссияһы ағзалары тураһында мәсьәләләр индерелде.
Ҡала Советы рәйесе итеп бер тауыштан ҡайтанан ҡала Советын 2005 йылдан етәкләүсе Дилә Хәмзина һайланды. Совет рәйесе урынбаҫары вазифаһына 13-сө һайлау округы депутаты «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Белорет район-ара электр элемтәһе үҙәге» филиалы директоры Дмитрий Нарушевич һайланды.
Артабан депутаттар Советтың биш даими комиссияһын ойошторҙо. Һәр комиссияның составы һәм рәйесе раҫланды. Бынан тыш, ревизия комиссияһы һәм Совет президиумы составтары ойошторолдо.
Сессияла Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс иғлан ителде, ул 18 октябрҙә үткәреләсәк. Кандидаттарҙан конкурста ҡатнашыу өсөн документтар 26 сентябрҙән 3 октябргә тиклем ҡабул ителәсәк. Конкурс комиссияһы составына алты кеше инде, уларҙың икәүһе район Советы тәҡдиме буйынса һәм дүртәүһе — ҡала Советынан.
Депутаттар конкурс һөҙөмтәләре буйынса Совет тарафынан тәғәйенләнгән кеше вазифаһын үтәй башлағанға тиклем осорға Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы хакимиәттең эштәр менән идара итеүсеһе Ришат Ситдиҡовҡа йөкмәтте.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика