04:30 (UTC+5), 10 Сентября 2013

БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры итеп тәғәйенләнде

Людмила Терновая
Башҡортостандың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры итеп тәғәйенләнде. Тейешле Указға дүшәмбе, 9 сентябрҙә, БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
— Бөгөн мин тағы ла бер вазифа - республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙым һәм үҙемдең Указым менән был вазифаға БР Милли банкы рәйесе Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улын тәғәйенләнем, - тип хәбәр итте журналистарға дүшәмбе көнө үткән брифингта республика башлығы. – Рөстәм Хәбиб улы тәжрибәле белгес, оҫта ойоштороусы, финанстар өлкәһен яҡшы белә. Хөкүмәттә беренсе вице-премьер вазифаһында ул финанстарға бәйле барлыҡ мәсьәләләргә – бюджеттың килем һәм сығым өлөшөнә контроллек итәсәк. Рузалия Хисмәтуллина кеүек яҡшы белгестең икенсе эшкә күсеүенән һуң да Рөстәм Мәрҙәнов менән бергә был өлкәлә яҡшы эшләрбеҙ, тип ышанам (һүҙ Башҡортостандың финанстар министры Рузалия Хисмәтуллинаның депутат булып республика парламентына күсеүе хаҡында бара).
Белешмә өсөн. Рөстәм Мәрҙәнов 1964 йылда Өфөлә тыуған. Юғары белемле. Өфө дәүләт авиация техник университетын (бығаса Өфө авиация институты) тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент.
2000 йылдан башлап – БР Милли банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары, БР Милли банкы рәйесе.
Дуҫлыҡ ордены менән наградланған. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экономисы» исеменә лайыҡ. Бер нисә саҡырылышта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булды.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика