Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Сентябрь 2013, 10:53

Ҡаҙағстанда Башҡортостандың презентацияһы үтәсәк

8-9 октябрҙә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала Башҡортостандың презентацияһы үтә. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов сараларға әҙерлек тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, документ Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылды.
Рәсми визит сиктәрендә Башҡортостандың презентацияһын үткәреү, күргәҙмә әҙерләү планлаштырыла, урындағы театрҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Сыңғыҙ Айтматовтың пьесаһы буйынса «Аҡ пароход» спектаклен күрһәтәсәк.
Автор: Розалия Вәлиева
Читайте нас