08:55 (UTC+5), 09 Сентября 2013

Рөстәм Хәмитов 2015 йылда төбәк башлығы вазифаһына үҙенең кандидатураһын тәҡдим итеүҙе инҡар итмәй

Эльмира Сабирова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2015 йылда үтәсәк һайлауҙарҙа төбәк башлығы вазифаһына үҙенең кандидатураһын тәҡдим итеүҙе инҡар итмәй.
— Үҙемдең позициямды түбәндәгесә билдәләйем: минең хеҙмәтемә тик халыҡ ҡына баһа бирә ала. Айырым кешеләр, айырым хәрәкәттәр түгел, ә ябай граждандар. Әгәр кандидатурамды хуплаһалар, бындай тәҡдимдәр булһа, ул ваҡытта, әлбиттә, тейешле ҡарар ҡабул итәсәкмен, - тине Рөстәм Хәмитов журналистар менән аралашыу барышында.
Һайлау алды кампанияһы тураһында һүҙ йөрөтөп, Президент уның тыныс үтеүен билдәләне.
— Башҡортостан халҡы һайлауҙарға әҙерлек осорона бик яуаплы ҡараны. Әлбиттә, төбәктә булған үҫеш йүнәлештәренә төрлө фекерҙәр, төрлө ҡараштар булды. Был тәбиғи, шулай булырға тейеш. Хәлде ыңғай, тыныс тип баһалайым, йәғни барыһы ла мәҙәни йәмғиәткә хас булғанса бара. Әгәр ҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау бар икән, бындай осраҡтарҙа төплө дәлилдәр килтерелә һәм хәл ҡатмарлаштырылмай, - тине Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика