10:35 (UTC+5), 05 Сентябрь 2013

Мәҙәниәт йылында республикала клубтар ремонтланасаҡ һәм музыка ҡоралдары һатып алынасаҡ

Ольга Мортазина
2014 йыл Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында тура эфир барышында журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан мәҙәниәте кимәлен юғары баһаланы. «Быға ҡарамаҫтан, профессиональ һәм халыҡ мәҙәниәте айырыуса ҙур иғтибар талап итә, - тип иҫәпләй Президент. – Мәҙәниәт өлкәһе сәнғәтте генә түгел, ә бөгөнгө көндә насар хәлдә булған йәки бөтөнләй ташландыҡ хәлдә ҡалған ауыл мәҙәниәт йорттарын, китапханаларҙы ла үҙ эсенә ала. Шуға күрә мәҙәниәт учреждениеларын ремонтлауға средстволар бүленә, алдағы йылда аҡса күберәк буласаҡ. Яҡын киләсәктә музыка мәктәптәре өсөн музыка ҡоралдары, шулай уҡ профессиональ коллективтар өсөн юғары сифатлы инструменттар һатып алыу планлаштырыла. Мәҙәниәт – ул үҙеңде танытыу мөмкинлеге. Бөтә донъя буйлап гастролдәрҙә йөрөгән Башҡортостан башҡарыусылары беҙҙе данлай, таныта. Шуға күрә 2014 йылда мәҙәниәткә тағы ла күберәк иғтибар бүленәсәк», — тине республика башлығы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, шулай уҡ «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы реконструкциялана. Һуңғыһы Музыка йортона әүереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика