06:10 (UTC+5), 04 Сентября 2013

«Туймазыбыяла» предприятиеһында эш хаҡы буйынса бурыстарға бәйле хәлде тикшереү өсөн комиссия булдырыласаҡ

Людмила Терновая
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Туймазыбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эш хаҡын түләү буйынса бурыстарға бәйле мәсьәләне хәл итеү буйынса махсус комиссия булдырырға ниәтләй. Уның составына производствола эшләүселәр, финансистар, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре инәсәк. Был хаҡта республика етәксеһе Туймазыға эш сәфәре сиктәрендә предприятие эшселәре менән осрашыу барышында хәбәр итте.
Предприятиела эш хаҡы буйынса бурыстар 66 миллион һум тәшкил итә. Һуңғы тапҡыр хеҙмәт хаҡы ағымдағы йылдың майында түләнгән. Шул уҡ ваҡытта эш хаҡы күптән инде тулыһынса түләнмәй – эшселәр ике-өс мең һум ала. Һуңғы ваҡытта предприятиенан байтаҡ кешеләр эштән ҡыуылған.
— Был мәсьәләне тикшерәбеҙ, уның ҡатмарлы булыуын аңлайбыҙ. Әлегә бер ни ҙә вәғәҙә итә алмайым. Предприятиела ҡорамалдарҙың, технологияларҙың иҫкергән булыуы аңлашыла. Республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй. Инвесторҙар йәлеп итергә уйлағайныҡ, әлегә был килеп сыҡмай. Төбәктә бер нисә бындай предприятие бар, был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ, - тине Башҡортостан Президенты.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, был хәлде тикшереү өсөн махсус комиссия булдырыласаҡ һәм алдағы аҙнала уҡ уның вәкилдәре Туймазыға киләсәк.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика