07:08 (UTC+5), 04 Сентября 2013

Рөстәм Хәмитов: «Туймазыла граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла»

Людмила Терновая, Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 3 сентябрҙәге эш сәфәре барышында Туймазыла төҙөлөп ятҡан өс ҡатлы йортто ҡараны. Унда авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан граждандар күсереләсәк.
Йорттоң дөйөм майҙаны 800 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Унда 27 фатир урынлашасаҡ.
Республика Президенты балалар майҙансыҡтары өсөн урындың әҙ булыуына иғтибар итте. Төҙөүсе һүҙҙәренсә, биләмәлә йәйәү йөрөү өсөн урындар булдырыу планлаштырыла.
— Туймазы районында граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан күсереү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Программаны артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Өс йылдан районда иҫке торлаҡ мәсьәләһенең тулыһынса хәл ителәсәгенә иҫәп тоторға мөмкин, - тине Рөстәм Хәмитов.
2008-2012 йылдарҙа республикала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары иҫәбенә 52 йорт һүтелгән. Уларҙың дөйөм майҙаны 17,7 мең квадрат метр тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә 381 ғаилә яңы төҙөк йорттарға күсерелгән. Быйыл 11 авария хәлендәге йорттан граждандарҙы күсереү планлаштырыла. Уларҙың дөйөм майҙаны - 9 мең квадрат метр.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика