06:44 (UTC+5), 28 Август 2013

Башҡортостан Президенты: «Дүртөйлөлә һәр ваҡыт эшлекле мөхит хөкөм һөрә»

Сергей Захаров
— Дүртөйлөлә һәр ваҡыт яҡшы эшлекле мөхит хөкөм һөрә. Был беҙҙең көслө районыбыҙ һәм ҡалабыҙ, - тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Дүртөйлө ҡалаһы һәм районы буйлап эш сәфәре сиктәрендә урындағы халыҡ менән аралашыу барышында. – Дүртөйлөнөң яҡшы йолалары, тарихы, хеҙмәт даны бар. Район һәр ваҡыт Башҡортостандың биш иң көслө, ҡеүәтле, үҙ-үҙенә ышанған, үҫешкән төбәге иҫәбендә булды. Бындай хәл киләсәктә лә һаҡланып ҡалыр, тип ышанам, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ бындай осрашыуҙарҙың уның өсөн матур йолаға әүерелеүен билдәләне.
— Райондар, ҡалалар буйлап эш сәфәре менән йөрөгән саҡта, халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу мөмкинлеге булһын өсөн, һәр ваҡыт бындай осрашыуҙар ойоштороуҙарын һорайым. Бындай формат барыбыҙға ла кәрәк, киң мәғлүмәт саралары аша ғына аралашып булмай – республиканы үҫтереү, бергәләп эш итеү мөмкинлектәре йәһәтенән килеп тыуған уй-фекерҙәрҙе халыҡҡа еткереү ауыр, - тине Башҡортостан Президенты.
Сығыштың тулы стенограммаһы, шулай уҡ эш сәфәре тураһында тулы отчет республика башлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика